27.02.2017 Ир-егеттең аҫылдары!
“Минең батырым” конкурсында ҡатнашҡан һәр кемде еңеүсе тиергә була
Хөрмәтле йәмәғәт, күптәрегеҙҙең “Йәшлек” иғлан иткән конкурстарҙа үҙен һынап ҡарағаны бар. Рәхмәт һеҙгә! Шундай әүҙем уҡыусыларыбыҙ менән һәр ярыш ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле үтә. Конкурсты башлап ебәрерлек байрамдар, яҡшы ваҡиғалар ҙа булып тора бит әле ул, рәхмәт төшкөрө.
Ике аҙна элек, 10 февралдә, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөбөҙҙә, “Минең батырым” тип атап, фотолар конкурсы иғлан иткәйнек.
Ун көн дауамында конкурс альбомына 38 кеше тормош иптәштәре, ул-ейәндәре, ағай-ҡустылары, атай-олатайҙарының фотоларын һалды.
Ярышта ҡатнашҡан ир-егеттәр күп нәмәгә маһир икән! Айгиз Фәтхуллин (Иглин), Ильяс Яҡупов (Дыуан), Нурислам Илһамов (Әбйәлил), Илвир Киленбаев (Күгәрсен), Рамаҙан Шәйғәрҙәнов (Миәкә) бәләкәйҙән төҙөлөш эшендә ярҙам итәләр. Спортсылар Ирхан Мәһәҙиев (Әбйәлил) саңғыла, хоккейҙа, Исмәғил Ғәлиев (Хәйбулла) шахматта, Искәндәр Илһамов (Әбйәлил) бокста, Дияр Фазлетдинов (Өфө) каратэла, Айҙар Юлмөхәмәтов (Сибай) ушу, тай боксында, Илһам Йәнбәков (Баймаҡ) ушу-саньшоуҙа еңеү яулай. Раил Мәүлитов (Учалы), Ишморат Аллабирҙин (Күгәрсен) балыҡ ҡармаҡларға ярата. Техника йәнле батырҙар ҙа бар: оҫта ҡуллы Әнис Хөббөтдинов (Нуриман), Иҙел Назарғолов (Бөрйән) үҙ ҡулдары менән “тимер ат” ҡороп, хужалыҡта файҙаһын күрә, Айбулат Аслаев (Баймаҡ) К – 744 тракторын, Әлфир Илһамов (Әбйәлил) “КамАЗ” йөк машинаһын йөрөтә, Айҙар Хажиев (Салауат районы) автомеханик булып эшләй. Рәүилә Юлмөхәмәтова кейәүе Айгиз Саламатов тураһында, уның Хәрби-дингеҙ флоты офицеры булып “Петр Великий” ауыр атом ракета крейсеры составында Сүриә походында ҡатнашыуы тураһында яҙған. Мәләүез районының Иштуған ауылынан Айгөл Ҡунаҡбаева иһә ире, дүрт бала атаһы Уралдың сатнама һыуыҡ ҡышҡы көндәрҙә, ямғырлы көҙ айҙарында, бер нигә ҡарамай, скутерҙа 20 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан эшенә йөрөүен әйткән.
Конкурс тамам. Өс еңеүсене билдәләнек, улар М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына спектаклгә саҡырыу ҡағыҙы менән бүләкләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн редакцияға шылтыратығыҙ.
- “Яҙмыштарың гел юлдарға бәйле, уларһыҙ йәшәй алмайһың да кеүек хатта!
Бынан 40 йыл элек сәстәребеҙҙе сәскә бәйләп, ғүмер юлы үткән тормош юлдашым тураһында яҙам. Әлфир Шәкир улы Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәй һәм “Башҡортостан” МТС-нда “КамАЗ” йөк машинаһында эшләй. Яратҡан һөнәреңә тоғро ҡалып, бына 43 йылдан ашыу бер урында эшләүең күптәрҙе һоҡландыра. Һинең өсөн кәртәләр юҡ – ҡарлы бурандарҙа ла, ямғырлы шыҡһыҙ төндәрҙә лә һәр саҡ юлдаһың.
Хоҙай үҙе ярҙам итһен, юлдарың уң булһын! Хаҡлы ялда булыуыңа ҡарамай, әле лә яратҡан эшеңдә ең һыҙғанып эшләйһең”, – тип өндәшә Нуриҙә Илһамова.
- “Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылынан ирем Рифат Рәшит улы – өс тағаныбыҙ – Арыҫлан, Рушан, Нурислам улдарыбыҙға өлгөлө атай, миңә терәк-таяныс!” – ти Резеда Баймөхәмәтова.
“Минең батырҙарымдың батыры – Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт ауылынан дүрт бала атаһы Рафил Рәмил улы Сәғитов. Игеҙәк улдарыбыҙ Вилүр менән Вилнур – аталарының ҙур ярҙамсылары. Улар бар эште лә бергәләп башҡара”, – тип яҙа Анджела Сәғитова