«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт » Мине киләсәк борсой



20.02.2017 Мине киләсәк борсой

Мине  киләсәк борсойХыял... Хыял ҡанатландыра, уйға һала, әйҙәй, бейеклектәргә саҡыра, битараф булмаҫҡа өндәй… Хыял… Ниндәйҙәре генә юҡ улар­ҙың… Мин уны мамыҡ кеүек йомшаҡ ҡына, ҡабарып ҡына торған, ап-аҡ, сафлыҡ бөркөп торған итеп күҙ алдыма килтерәм. Хыялланып йәшәү, алдыңа маҡсаттар ҡуйып йәшәү шәп бит ул!

Бәләкәй генә саҡтан хыялланырға яратам. Өлә­сәйем: “Йәне бар кеше хыялланырға тейеш, хыял менән кеше йыһанға ла осто”, – тип әйтергә ярата. Ысынлап та, хыялланмаған, уйланмаған сәғәтем, минутым да юҡ бит ул! Көндөң аҙағы нисек булыр, ә иртәгә мине нимә көтә, алдағы аҙнала, ә киләсәктә?..
IX класс уҡыусыһы булараҡ, төрлө һорау борсой: киләсәктә ҡайҙа уҡырға барырға, кем булырға, хә­ҙерге заманда ниндәй һөнәр һайларға? Илемде, еремде, халҡымды киләсәктә ниндәй яҙмыш көтә?..
“Ил яҙмышы – беҙҙең яҙмыш”, – ти ололар. Хал­ҡым ғүмер буйы ил хәстәре менән йәшәгән, иле өсөн борсолған. Ере, бәхетле ки­ләсәк өсөн яуға күтәрелгән, йәнен аямай заман ауырлыҡтары менән көрәшкән. Салауаттар, Кинйә, Вә­ли­диҙәр халҡыбыҙҙың ере, үҙаллылығы өсөн йәнен биргән, Мостай Кәрим, Рә­ми Ғарипов, Рауил Бик­баев телебеҙҙең киләсәк яҙмышы өсөн борсол­ған. Ил хәстәре менән йәшәгәндәрҙең ба­рыһы ла маҡтауға лайыҡ.
Беҙҙең ҡулда – хал­ҡыбыҙ­ҙың киләсәге. Оло­лар­ҙан үрнәк алабыҙ, кә­ңәштәрен тыңлайбыҙ, тормош тәжрибәһен өйрәнеп, ма­тур киләсәккә яңы юл ярабыҙ. Тормошта ауырлыҡтар осра­һа, бирешмәҫкә, яҙ­мыш һы­науҙарына сабыр булырға мине атайым һәм әсәйем өйрәтә. Улар – иң яҡын кә­ңәш­се­ләрем, таяныстарым. Ата­йым – ғаиләбеҙ башлығы, беҙгә генә түгел, ауылдаштарына ла фәһемле кәңәштәрен бирә, ярҙам итә. Ауы­лыбыҙҙың киләсәге өсөн борсолоп йәшәй. Мин дә уға оҡшап, ғәҙел ҡарашлы, тура һүҙле, кешеләргә ярҙамсыл булып үҫкем ки­лә. Әсәйем – миңә изгелекте, матурлыҡты күрә һәм баһалай белергә өйрәткән кеше. Өләсәйем – бөтәбеҙгә лә аҡыллы кәңәштәрен биргән сабыр ағинәй. Миңә терәк булған ике ағайым бар. Ошо яратҡан һәм ғо­рурланған ғаиләм менән бәхетлемен. Улар миңә ки­ләсәктә лә һәр ваҡыт терәк буласаҡ, дөрөҫ юл күрһәтәсәк, аҡыллы кәңәштәрен бирәсәк.
Йылдар үтер… “Мине ки­ләсәк борсой, сөнки ҡалған бар ғүмеремде унда үткәрергә йыйынам”, – тигән бер аҡыл эйәһе. Бөгөнгө эскер­һеҙ хыялдарым, уй-ниәттәрем хыял ғына булып ҡалмаһын ине. Яҡындарым ғо­рурланырлыҡ, үҙемдең кү­ңелемә ятҡан, ул өлкәлә үҙем рәхәтләнеп, йөҙөп йө­рөп эшләгән һөнәр эйәһе булғым килә. Ул һөнәрем менән кешеләргә файҙа килтерә алһам ине, тип теләйем. Ә быларҙың ба­рыһы ла үҙемдең генә ҡу­лымда.

Сания КӨМӨШБАЕВА,
Өмөтбай мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы.
Баймаҡ районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға