«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бәхил бул, Өмәмә апай!



20.02.2017 Бәхил бул, Өмәмә апай!

Бәхил бул, Өмәмә апай!
Гәзитебеҙгә ул «Ленинсы» тип аталып йөрөтөлгән саҡта, 1958 йылда корректор булып эшкә урынлашып, 68 йәше тулғансы эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас та редакциябыҙ менән бәйләнеш тотҡан, “Йәшлек”тең һәр һанын башынан-аҙағынаса уҡып, урынлы кәңәштәрен, теләк-тәҡдимдәрен телефон аша еткереп тороусы элекке коллегабыҙ, фекерҙәшебеҙ Өмәмә Сабит ҡыҙы Ғәрифуллина 89-сы йәшендә арабыҙҙан китте. Улы Илшат әйтеүенсә, ул һуңғы һулышынаса ғүмеренең иң матур йылдары үткән баҫмаһына тоғро ҡалған – сирләп тороуына ҡарамаҫтан, ҡулына ручкаһын алып, 23-сө биттә сыҡҡан сканвордты сисә башлаған булған...
Өмәмә апай сығышы менән Саҡмағош районы ҡыҙы. Башҡорт әҙәби телен шул хәтлем яҡшы белеүе менән күптәребеҙҙе һоҡландыра ине. Эшен һәр саҡ урын-еренә еткереп башҡарыуы, кеселәргә кеселекле, ололарға ололоҡло булыуы менән коллективыбыҙҙа оло ихтирам һәм абруй яуланы. Ул шулай уҡ шиғри күңелле кеше лә ине. Тормошҡа ҡарашын, яҡындарына мөнәсәбәтен шиғыр юлдарына һала торғайны.
Берҙән-бер улы Илшат менән килене Лилиәгә бына тигән терәк-таяныс булып, уларҙың улы менән ҡыҙын тәрбиәләшеп, яҡындарының ихтирамын һәм иғтибарын, ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәне.
Ауыр тупрағың еңел, йәнең йәннәттә булһын, Өмәмә апай! Беҙ һеҙҙе бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ!

“Йәшлек”тәр







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға