«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡолаҡ һал!



20.02.2017 Ҡолаҡ һал!

Ҡолаҡ һал! Хәҙер һәр өйҙә телефон, планшет, ноутбук бар. Улар оҙағыраҡ хеҙмәт итеүен теләһәгеҙ, түбәндәге кәңәштәрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ.

- Ике йылға бер булһа ла компьютер, ноутбукты туҙандан таҙартырға кәрәк. Гаджетта көслө тауыш сыға башлаһа, ашығыс рәүештә ҡаратығыҙ.
- Компьютерға тура ҡояш нуры төшмәҫкә тейеш. Уның экраны боҙола.
- «Тиҙ заряд йыйыусы» аккуму­лятор­ҙы ҡулланмағыҙ. Тик үҙенеке менән генә заряд йыйырға тейеш.
- Гаджеттың, телефонығыҙҙың тышлығы ҡалын булһа, заряд йыйғанда сисегеҙ. Сөнки ул ҡыҙасаҡ. Ә аккумулятор өсөн был зыянлы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға