08.02.2017 Әҙер ләүәштән рулет
150 грамм майонезға 3 – 4 бүлкәт һарымһаҡты иҙеп һалырға. Айырым һауытҡа 150 грамм сырҙы ҡырырға, 200 грамм тирәһе ветчинаны туҡмаслап турарға, ваҡланған укроп һалып бутарға. Әҙер ләүәштең өҫтөнә тәүҙә майонезды, аҙаҡ сыр менән буталған ветчинаны һыларға. Уның өҫтөнә икенсе ләүәште һалғас, рулет итеп төрөргә лә, 2 – 3 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Табынға ҙур булмаған телемдәргә бүлеп бирергә кәрәк.