«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡолаҡ һал!



07.02.2017 Ҡолаҡ һал!

Ҡолаҡ һал!Хәҙер һәр өйҙә телефон, планшет, ноутбук бар. Улар оҙағыраҡ хеҙмәт итеүен теләһәгеҙ, түбәндәге кәңәштәрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ.

- Телефондың зарядкаһы 10 – 20 процентҡа төшкәс кенә зарядланырға ҡуйыр­ға кәрәк.
- Шулай уҡ телефонды заряд йыйырға ҡалдырыу ҙа дөрөҫ түгел. Гаджетта махсус программа бар. Зарядланыу 100 процентҡа еткәс, энергияны ҡабул итмәй.
- Ноутбук менән ҡулланғанда уны карауатҡа ҡуйырға ярамай. Унда урын­лаш­ҡан вентиляция ҡыҙмаһын өсөн һауа инергә тейеш. Дисплейындағы туҙанды ла ҡоро сепрәк менән генә һөртөгөҙ.
- Ноутбук менән урамдан ингәс, уны бер сәғәт тирәһе тоҡандырмай тороғоҙ.
- Смартфонды һыуыҡта ҡулланмағыҙ. Аккумуляторы өсөн һалҡын бик зыянлы.
- Телефонығыҙҙы сумка төбөндә йөрөтмәгеҙ, туҙан, сүп ҡуна.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға