01.02.2017 Аяҡ-ҡул тартышыуҙан
Әгәр ҙә аяҡтарығыҙ тартыша икән, иртәле-кисле табанығыҙға лимон һуты һөртөп ҡарағыҙ. Һут кипкәнгә тиклем аяҡҡа кейергә һәм атлап йөрөргә ярамай. Был процедураны ике аҙна дауам итегеҙ. Аяҡ-ҡул тартышыуҙан шарап шешәһе бөкөләре лә (тәбиғи ағастан эшләнгәне) ярҙам итә. Тартышҡан аяҡ йәки ҡулды епкә теҙелгән бөкөләр менән уратып бәйләгеҙ.
Сәриә.
Салауат ҡалаһы.