01.02.2017 Мәңгелеккә буш сәфәр
Һуңғы һулышына тиклем намаҙлы, дини булып йәшәгән бер ҡарт, вафат булыр алдынан, донъя малы артынан ҡыуған улына:
– Эй, улым, мин үлгәндән һуң аяғыма кейгән иҫке ойоҡбашымды һалдырмағыҙ. Мине шулай итеп кенә күмегеҙ, – тип васыят әйтеп ҡалдыра. Ошо һөйләшеүҙән һуң күп тә үтмәй, үлеп китә. Улы мәйет йыуыусы мулланы саҡыра һәм, атаһының васыятын әйтеп, йыуған, күмгән ваҡытта ойоҡбашын һалдырмауын үтенә. Мулла, был үтенесте кире ҡағып: «Шәриғәт быны рөхсәт итмәй», – тип әйтә. Ҡарттың улы күпме генә үтенһә лә, мәйет йыуыусы уның һүҙен үтәмәй ҡайтып китә. Улы тағы бер нисә муллаға мөрәжәғәт итеп ҡараһа ла, тағы шул уҡ хәл ҡабатлана.
Шулай итеп, атаһының аяғындағы иҫке ойоҡбашты үҙе һалдырырға мәжбүр була. Ни ғәжәп, бер яҙыу килеп сыға. Әлеге ҡағыҙ киҫәгендә: «Эй, улым, күрҙеңме, был донъянан үҙең менән иҫке ойоҡбашыңды ла алып китә алмайһың. Аң бул, был хәлдән ғибрәт ал, донъя зиннәтенә ҡарап иҫермә. Донъя тормошо менән әхирәтте лә онотма. Ҡәбергә ингән ваҡытта үҙең менән донъя байлығынан бер нәмәне лә алып инә алмайһың. Ҡәбер донъяһына алып инә торған байлыҡтар – иманың, ғибәҙәтең һәм Алла ризалығы өсөн эшләгән изгелектәрең генә. Шуны ғына иҫеңдән сығарма», – тип яҙылған була.
Эй, һөйөклө дуҫым, Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә: «Эй, иман килтереүселәр, Алланың барлығын, берлеген таныусылар! Малығыҙ һәм балаларығыҙ һеҙҙе Алланы зекер итеүҙән алыҫ итә күрмәһен. Донъя малы йыям тип, диндән алыҫ тормағыҙ. Донъяла ла, әхирәттә лә бәхет күрмәйенсә хәсрәтләнеүселәрҙән булырһығыҙ», – тип әйтә.
Фани донъя байлыҡтары бер көнлөк кенә, иманың – ғүмерлек.