«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ә беҙҙең ауылда... (27 ғинуар)



30.01.2017 Ә беҙҙең ауылда... (27 ғинуар)

Ә беҙҙең ауылда... (27 ғинуар)
Был аҙнала беҙ Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан хәбәр­ҙәр ҡа­бул иттек. Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефон­ға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Сәрбиямал ИХСАНОВА,
Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы:
– Ауылда хәҙер һуғым ашына саҡырышыу­ҙарҙың ҡыҙыу осоро етте. Байрамдарҙан, бала-сағаның каникул көндәренән арынып, ҡунаҡҡа йөрөшөү башланды. Һуғым ашына тәүге сиратта малды һуйышҡандарҙы саҡырабыҙ. Шунан һуң аралашып йәшәгән дуҫ-иште, туғандарҙы йыйыр­ға сират етә. Ҡайһы саҡ ҡыш аҙағына тиклем 3 – 4 тапҡыр ҡунаҡ йыйырға тура килә. Элегерәк һуғым аштары эске мәжлесенә әйләнеп киткәйне. Хәҙер, Аллаға шөкөр, халыҡ эскелектән яйлап арына. Йыйылышып, үҙ-ара аралашып, күңелле итеп һөйләшеп ултырабыҙ.

Гөлфиә ХӘЛӘФЕТДИНОВА,
Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы:
– Районыбыҙҙың Ғәлиәхмәт ауылында асылған клубҡа барып, матур байрам ойоштороп ҡайттыҡ. Капиталь ремонт үткәргәндән һуң яңы һулыш алып эшләп киткән мәҙәниәт йорто күркәм булып, халыҡты ҡыуандырып ултыра. Юҡһа клуб ремонтҡа тиклем емерек хәлдә булып, хатта түбәһенән һыу үтә ине.
Ауыл халҡы өсөн клуб бик кәрәк бит, бөтә саралар шунда уҙғарыла. Ремонттан һуң бина балҡып тора, өр-яңы аппаратура һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һатып алынған. Эсенән дә, тышынан да ялтырап торған мәҙәниәт йорто бинаһында сығыш яһау ҙа күңелле. Әлеге клубты асыу тантанаһына ла урындағы үҙешмәкәр артистар күп килгәйне. Сәхнәне һелкетеп бейенеләр, йырҙар ҙа йырланды. Ә инде был көндө күптән көткән ауыл халҡы бөтә сығышты ла дәртләнеп ҡаршы алды, алҡыштар менән оҙатты. Мәҙәни усаҡ ҡына түгел был ауыл клубы – уның эргәһендә балалар өсөн уйын һәм хоккей майҙансығы ла төҙөлә.

Зилә Лира,
Әбйәлил районының Рәхмәт ауылы:
– Балалар өсөн "Мажаралы ҡыш" уйынын үткәр­ҙек. Клуб эргәһендәге майҙансыҡҡа улар бик тиҙ йыйылды. Ваҡытын алдан уҡ билдәләгәйнек. Әйткәндәй, бындай ярыштар икенсе йыл рәттән ойошторола. Был юлы ла сарала ят уйындар күп булды: балалар "картон-саңғы"ла ярышты, санаға ултырған килеш бер-береһен тартып көс һынашты, мәргәнлектә үҙҙәрен тикшереп ҡараны...
"Ҡар өйөмө" тигән конкурста ҡатнашыусылар бигерәк ҙур түҙемлек һәм тырышлыҡ күрһәтте. Беҙҙең яҡта быйыл ҡыш ҡарһыҙ тиерлек. Шулай ҙа балалар һынатманы, йүгереп йөрөп, булған ғына ҡарҙы командаларының өйөмдәренә ташыны. Уйында ике команда ярышты. Капитандар ҙа үтә сос һәм йылғыр булып сыҡты, уйынсылар ҙа бирешергә теләмәне. Һөҙөмтәлә ике команда ла еңеүсе тип табылды. Уйындарҙы ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн уҡытыусылар Рәғиҙә Ғирфанова һәм Рәмилә Ғәлиастановаға ҙур рәхмәтемде еткерәм.
Шулай итеп, балалар менән бик күңелле итеп ҡышҡы каникулды оҙаттыҡ. Уларҙың барыһы ла иҫән-һау, тәртипле, тырыш булһын һәм тик яҡшы билдәләргә генә уҡыһын.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға