24.01.2017 Ә беҙҙең ауылда... (20 ғинуар)
Был аҙнала беҙ Баймаҡ, Ишембай, Көйөргәҙе райондарынан хәбәрҙәр ҡабул иттек. Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефонға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзитебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнештә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.
Дилара ЮНЫСБАЕВА,
Баймаҡ районының Ярат ауылы китапханасыhы:
– Ярат ауыл биләмәһенә ҡараған Ғүмәр, Йәрмөхәмәт, Ярат ауылдарының һәм, әлбиттә, хакимиәт башлығы Илгиз Йәнбирҙиндың ныҡышмаллығы һәм тырышлығы менән былтыр күмәкләп ДТ – 75 тракторы һатып алынды. Һәр ғаиләнән күпмелер аҡса бергә йыйылғас, арыу ғына сумманы тәшкил итте.
Яңы техника ауыл хакимиәте водителе Ғирфан Мырҙаҡаевҡа беркетелде. Ул ҡар ышыртҡыһын үҙе йәбештереп эшләне.
Бығаса ауылдарыбыҙ, ҡыш етһә, урамдарҙа юл юҡлыҡтан интегә ине. Ҡарҙы эттереп торҙолар, ләкин был эш өсөн күп сығым талап ителеп, техника юллау, тракторсылар менән килешеү кеүек мәшәҡәттәр тыуҙырҙы. Ҡыҫҡаһы, ҡыш миҙгеле ҙур проблема булып ҡала килде. Ә бына хәҙер тракторлыбыҙ. Ғирфан уны ҡабыҙып, ауыл урамдарын таҙартып та сыҡты. Хәҙер бөтә урамдар, хатта айырым ғына ултырған өй тирәләре лә тап-таҡыр. Шундай уңғандар булғанда, тыуған төйәгебеҙ гөрләп торор әле.
Гөлдәр ЙӘРМӨХӘМӘТОВА,
Ишембай районының Этҡол ауылы китапханасыһы:
– Ауылыбыҙҙың моделле китапханаһында “Әхирәттәр” клубы әүҙем эшләп килә. Сәләмәт тормош алып барған, рухлы, һәр яҡлап өлгө булырҙай апай-инәйҙәребеҙ төрлө аралашыу, шөғөлдәре менән бүлешеү сәғәттәренә, кисәләргә ихлас йөрөй. Сираттағы сара – “Иҫкесә Яңы йылды ҡаршы алайыҡ” кисәһе лә бик күңелле уҙҙы. Ҡатнашыусыларыбыҙ, совет заманында тыуып үҫеп, тәрбиәләнгән кешеләр, ул ваҡыттарҙағы Яңы йылды ҡаршы алыу йолаларын, тарихын иҫкә төшөрҙө. “СССР-ҙағы хаҡтар” викторинаһына яуап биреп, ҡыҙыҡлы әңгәмә лә ҡорҙолар. Әлбиттә, йәшлектәрен иҫкә төшөрөп, йырлап-бейеп тә алдылар. Үҙенсәлекле һәм күңелле байрам булды.
Рина ӘХТӘМОВА,
Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауыл
мәҙәниәт йорто мөдире:
– Үтеп киткән байрамдарҙы беҙ ҙә иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойошторорға тырыштыҡ. Клубыбыҙҙа “Умырзая” театр коллективы эшләп килә. Уны мин етәкләйем. 25 йыл мәктәптә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, мәҙәниәт тармағына күстем дә, хәҙер инде өсөнсө йыл халыҡҡа спектаклдәр әҙерләп күрһәтеп йөрөйбөҙ. Коллективта – тиҫтәнән ашыу кеше, башлыса урта йәштәрҙәге һәм өлкәндәр. Бик әүҙемдәр, дәртлеләр, күрше ауылдарға ла барып ҡуябыҙ. Күберәк комедияларҙы һайларға тырышабыҙ, халыҡҡа бик оҡшай. Яңы йылға ла балалар өсөн әкиәти формала “Төлкө нисек әтәс урлаған?” тигән тамаша әҙерләнек. Байрам осоронда уны үҙебеҙҙә генә күрһәтеп ҡалманыҡ, башҡа ауылдарға ла алып барҙыҡ.
Әле мартта буласаҡ “Театр яҙы” район конкурсында ҡатнашыу өсөн әҙерлек эштәрен башларға торабыҙ.