«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эремсектән печенье



23.01.2017 Эремсектән печенье

Эремсектән печенье400 г эремсек, 250 г маргарин, 500 г он, 1 балғалаҡ сода йәки ҡамыр йомшартҡыс, тоҙ кәрәк буласаҡ.
Был ингредиенттар­ҙан ҡамыр баҫып, йәйергә һәм түңәрәк форма менән ҡырҡыр­ға. Һәр түңәрәктең өҫтөнә шәкәр һибергә, шәкәрле яғын эстә ҡалдырып, ярым түңәрәк яһап бөкләргә, ярым түңәрәкте тағы ла шәкәрләп, өсмөйөш формаһына килтереп бөкләргә. Килеп сыҡҡан өсмөйөштөң өҫтөнә шәкәр һибеп, табаға һалып, 180 градус­ҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейестә 25 – 30 минут бешереп алырға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға