«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Келәттән ит урлап ашаған ауыл бесәйе бәйете



13.04.2018 Келәттән ит урлап ашаған ауыл бесәйе бәйете

Келәттән ит урлап ашаған ауыл бесәйе бәйете

Нисек тамаҡ туйҙырырға? - тиеп,
Ҡайғырған саҡ ҡалды иҫләргә.
Бары булыр кәрәк һиҙгер, көндөҙ,
Кем онота келәт бикләргә.
Кисен сығам бер ни булмағандай,
Һуҡмаҡ һалам күрше келәткә.
Асыҡ ҡалған ишектән инеүгә
Юлығам мин һимеҙ, мул иткә.
Төн йоҡомдо йоҡламайым, әммә,
Бурлыҡта йөрөп эс кәпәйтәм,
Иҫһеҙ-ғәмһеҙ күрше хужаларҙы
Ауыҙ йырып, шулай һемәйтәм.
Шөкөр тием Хоҙайыма, шөкөр,
Һуғым ите ашап, һимерҙем.
Ауыл халҡы һуғым һуймаҫ элек
Ни эләкте, шуны кимерҙем.
Әле бары ҡыш уртаһы ғына,
Һуғым ите етер, яҙғаса.
Тик хужалар ҡалдарһындар ғына
Ишек-келәләрҙе япмайса.
Хәлиҙә Ишдәүләтова







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға