17.01.2017 Ә беҙҙең ауылда... (13 ғинуар)
Был аҙнала беҙ Көйөргәҙе, Бөрйән, Ҡариҙел райондарынан хәбәрҙәр ҡабул иттек. Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефонға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзитебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнештә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.
Айгөл ХАЛИҠОВА, Көйөргәҙе районы:
– Шабағыш ауыл хакимиәте Бөтә донъя банкының «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү проекты» программаһында ҡатнашып, үҙҙәре төҙөгән проект менән еңеп сығып, ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлау өсөн 374 500 һум аҡса алды. Финанс ярҙамы алыу мөмкинлегенең төп шарты – урындағы бюджеттан һәм халыҡтан да аҡса йыйылырға тейеш ине. 50 мең һум аҡсаны ауыл халҡы үҙе йыйған, ауыл советынан да 50 мең һум ярҙам булған. Йәнә 23 мең һумды шәхси эшҡыуар Анет Синабаригова биргән.
497500 һумға яңы ҡормалар, ултырғыстар алынған, мәҙәниәт усағының ишектәре лә алмаштырылған, сәхнәгә менергә баҫҡыстар ҙа яңы бында. Был эштәрҙе, бағыусы ярҙамы күрһәтеп, «Эшлекле урман» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Альберт Күсәрбаев һәм ауыл халҡы бушҡа атҡарып сыҡҡан.
Яңы йыл алдынан мәҙәниәт усағын яңынан асыу тантанаһы үтте. Унда район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотләхмәтов, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Светлана Тураева ла ҡатнашты. Шул уҡ көндө ауылдың һуғыш ветераны Рәшит Ишморатовты 90 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, Әхәт Йәүҙәт улы үҙенең изге теләктәрен әйтеп, иҫтәлеккә бүләк тә тапшырҙы.
Гөлфиә Сирбаева, Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылы:
– Ғәҙелгәрәй ауылында талантлы, дәртле йәштәр күп. Үҙҙәре бик ойошҡан, әүҙем дә. Яңы йыл байрамына ҡайтҡан арала ауыл халҡын бай йөкмәткеле, сағыу концерт менән ҡыуандырҙылар. Рузилә Ишмөхәмәтова, Гөләндәм Дауытова, Афзал Сәғитов, Нурсилә Буранова, Эльвира Ғәләүетдинова, Ләйсән Нурғәлина моңло йырҙары менән таң ҡалдырһа, Виктория Заһиҙуллина, Наҙгөл Йомағужина, Шәфҡәт һәм Ғәзиз Йомағужиндар, Юлиә Юлсурина, Әҙилә Маликова, Фидәлиә Ишморатова дәртле бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө. «Сулпылар» телевизион конкурсы еңеүсеһе, кескәй генә Әҙилә Ишмөхәмәтова үҙенең йыр-бейеүе менән тамашасыларҙың күңелен яуланы.
Концертҡа Марсель Фәйзуллиндың ҡурай моңдары тағы ла йәм өҫтәне. Ҡыштың һалҡын көнөндә ауыл халҡы күңелдәренә йылы алып, дәртләнешеп, йәштәргә матур теләктәр теләп таралышты.
Ошо концерт программаһы менән күрше Ҡотан ауылында ла уңышлы сығыш яһап өлгөрҙөләр.
Афарин, йәштәр!
Зөлфәрә Зарипова, Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылы:
– Яңы йыл алдынан Уразай ауылы халҡы бына тигән бүләк алды – яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы үтте. Уны А. Сәйфетдинов етәкләгән шәхси предприятие бригадаһы биш көндә ҡоршап ҡуйҙы. Был бина ныҡлы тимер каркаслы блок-контейнерҙан тора. Стеналары әҙер сэндвич-панелдәрҙән эшләнгән. Модулле бина капиталь ҡоролмаларҙан ҡалышмай, бында кәрәкле бөтә коммуникациялар ҙа тоташтырылған. 64 квадрат метр майҙанлы бинала процедуралар, медицина кабинеттары, ауырыуҙар өсөн көтөү урыны һәм башҡа бүлмәләр бар. Бина электр менән йылытыла, эҫе һыу үткәрелгән. Быларҙың барыһы ла медицина процедуралары алған пациенттар өсөн уңайлыҡтар тыуҙыра. Объекттың хаҡы яҡынса өс миллион һум тәшкил итә. ФАП-ты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Илдар Вил улы Ғарифуллин сәләмәтлекте һаҡлау системаһына ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне.
– Халыҡты яҡында медицина ярҙамы менән тәьмин итеү – ауылда йәшәү уңайлыҡтарын булдырыу өсөн мотлаҡ шарттарҙың береһе. Был – беҙҙә беренсе модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм Башҡортостанда медицина учреждениелары төҙөлөшө программаһына ярашлы ишектәрен асҡан өсөнсө учреждение, – тине.