«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Голливуд Америкаламы? Юҡ, Сәлимдә!



17.01.2017 Голливуд Америкаламы? Юҡ, Сәлимдә!

Голливуд Америкаламы? Юҡ, Сәлимдә!Йылайыр районының Сәлим ауылын барыһы ла "Йылайыр Голливуды" тиҙәр. Хәйбулла һәм Йылайыр райондары сигендә урынлашҡан был бәләкәй ауыл йыл һайын ҡыш етеү менән серле уттарға күмелә. Барлығы 45 өйҙән торған ауылда урамда 40 йышрышын биҙәгәндәр икән.
Аҡъяр-Өфө юлында урынлашҡан был ауылда хәҙер барыһы ла тиерлек туҡтап, иҫтәлеккә фотоға төшөп ҡалырға ынтыла. Халҡы дәррәү инде, күпме гирлянданы һатып алырға, ҡорорға, йәлләмәйенсә электр тогына тоташырға кәрәк.

Сәлим халҡы үҙ-ара бик татыу, берҙәм йәшәй. Бәлки шуғалыр ҙа уларҙың тормошо ла йәмле, эштәре лә көйлө бара. Үҙ көстәре менән ауылда мәсет төҙөүгә тотоноуҙары ла күпте һөйләй. Әле лә ҡыштың йылы көндәрен файҙаланып, улар өмәгә яһаны. Быйыл иман йорто төҙөлөшөн тамамлап ҡуйырға ниәтләйҙәр.
Ауыл халҡы бергә йыйылып күңел аса. Клуб юҡ тип аптырамайҙар - йыл һайын Яңы йылды бөтә ауыл менән саф һауала бергәләп ҡаршылау, самауыр сәйе менән һыйланыу, ҡурай моңдарына бейеп күңел асыу бында күптән инде йолаға әүерелгән.
Шыршылар, байрамса уттар менән биҙәлгән Сәлим урамдары ауыл халҡын ғына түгел, йыш ҡына килеп ошо матурлыҡ менән һоҡланған тирә-йүндәгеләрҙе иҫке Яңы йыл үткәнсе ҡыуандыра.

Афарин, сәлимдәр!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға