«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йылайырҙа ҡарбуздар ҙа, ҡар бөтөктәре лә эре үҫә



16.01.2017 Йылайырҙа ҡарбуздар ҙа, ҡар бөтөктәре лә эре үҫә

Йылайырҙа ҡарбуздар ҙа, ҡар бөтөктәре лә эре үҫәЙылайыр районының Яманһаҙ ауылында йәшәүсе Рабиға Таһирова апай "ЙӘШЛЕК" гәзите уҡыусыларына яҡшы таныш. Уның турала былтыр йәйгеһен мәҡәлә сыҡты. Апайҙың ҡарбуз үҫтереү серҙәре менән уртаҡлашҡаны барыһын да ҡыҙыҡһындырҙы.

- Беҙҙең Йылайыр яҡтарында ҡарбуздар ғына тугел, ә ҡар бөртөктәре ҙур, - тип яҙа беҙгә Рабиға апай. - Ҡар бөртөктәре лә эре булып яуа, Зарема ҡыҙым конькиҙа шыуырға быуаға барғанда табып алған. Ҙурлығы ике сантиметрға барып етә, үҙҙәре ғәйәт матур.

Әйткәндәй апай ауыл осондағы быуаны үҙем таҙартып, каток эшләнем тип хәбәр итә. "Ҡыҙымды көн дә шыуырға йөрөттөм. Тик шуныһы йәл, бер үҙе бер каток булып каникул буйы шыуҙы, бер бала ла килеп күренмәне, әҙер катокка ла йөрөмәйҙәр икән шул".







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға