03.02.2017 Гәзит уҡыу телевизор ҡараған кеүек түгел
Мин республиканың иң алыҫ төбәгендә урынлашҡан Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылынан. 64 йәштәмен, биш бала менән 50 йәштән пенсияламын. “Йәшлек” гәзитен оҙаҡ йылдар алдырып уҡыйым. Баҫма килһә, ҡайһы ваҡыт: “Минән алда уҡымаһын”, – тип, эшем бөткәнгә тиклем, гәзитте иптәшемдән йәшереп ҡуям. Булған яңылыҡтарҙы унан алда беләм, йәнәһе. Йәштәр баҫмаһы бик оҡшай, иң башта көн торошон ҡарайым, унан икенсе биттәге “Был аҙнала беҙҙе...” рубрикаһын уҡып сығам. Телевизор тыңлаған кеүек түгел, уҡыһаң, мәғлүмәт башҡа нығыраҡ та һеңә, ауыл кешеһенең телевизор ҡарарға ваҡыты ла булмай китә.
Зөлфирә ҠОТЛОҒОЛОВА.
Баймаҡ районы,
Беренсе Төркмән ауылы.