«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзит килмәһә, ниҙер етмәгән кеүек



24.01.2017 Гәзит килмәһә, ниҙер етмәгән кеүек

Гәзит килмәһә, ниҙер етмәгән кеүек
Йәштәр гәзитен бала саҡтан алдырып уҡыныҡ. Сөнки атайым, ул ваҡытта, 60 – 70-се йылдарҙа, сыҡ­ҡан бөтә республика баҫмаларын һәм үҙәк баҫмаларҙы алдыра һәм бәләкәстәргә, шәл бәйләп ултырыусы әсәйемә ҡысҡырып уҡый тор­ғайны. Ғаиләлә һигеҙ бала үҫтек. Ҙурыраҡтар үҙҙәре уҡыһа, беҙ уның уҡығанын тыңланыҡ. “Ағиҙел” журналынан Ноғман Мусиндың повестарын, Муса Гәрәев тураһында уҡығанын иҫләйем. Һуңынан журнал-гә­зиттәрҙе кемуҙарҙан алдараҡ эләктереп, уҡырға ты­рыша инек. Мин Хәйбулла районының Әбеш ауылында үҫтем. Ағайым Камил Илембәтов, апайым Рәхимә Ниғмәтйән ҡыҙы, ҡустыларым да әле лә бик күп гәзит-журнал алдыра. Сөнки гәзит килмәһә, нимәлер етмәгән кеүек тойола. Сканворд, кроссвордтарҙы сисергә лә яратам. Яратҡан шағирым Рауил Бикбаевҡа арналған сканвордты сисеп, шағир­ҙың автографлы китабын алып ҡыуандым. Тағы ла башҡа сканвордтарҙы ла дөрөҫ сисеп, шатланғаным бар. Гәзиттең аҙнаһына бер генә килеүе насарыраҡ, шулай ҙа шәмбене бик ныҡ көтөп алам. Бигерәк тә “Яңы­лыҡтар”, “Ә беҙҙең ауылда…”, “Үәт, әй!”, “Тор­мош юлдары ҡатмарлы”, эшҡыуарҙар тураһында яҙылған мәҡәләләр, сканворд-башватҡыстар оҡшай. Гә­зиттең һәр һанын көтөп алабыҙ. Ҡыҙыҡлы хикәйәләрҙе таныштарыма ла биреп уҡытам.
Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар, гәзит тиражының артабан да артыуын теләйем.

Әминә ЮНЫСОВА.
Салауат районы,
Юлай ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға