12.01.2017 Сыҡҡандан бирле айырылмайбыҙ
Үҙемде “Йәшлек”тең даими уҡыусыһы тип һанайым, сөнки был баҫма сыҡҡандан бирле унан айырылғаным юҡ. Почтала эшләгән саҡтарымда халыҡты өгөтләп, күпләп гәзиткә яҙҙырҙым.
“Йәшлек” – бик уҡымлы баҫма, аҙна буйы битләп уҡыйбыҙ. Бабай сәйәсәткә ҡағылышлы мәҡәләләрҙе уҡыһа, мин тормош һабаҡтары, хикәйәләр, сәләмәтлек биттәрен, көләмәстәрен уҡып, кроссвордын сисеп кинәнәм. Аш-һыу буйынса килгән (телеңде йоторлоҡ!) рецептар буйынса ла бешереп, ашап ҡарайбыҙ. Үҙебеҙҙең ауыл көләмәстәренең береһен яҙайым әле.
Сәриә СӨЛӘЙМӘНОВА.
Әбйәлил районы,
Иҫке Балапан ауылы.