11.01.2017 «Йәшлек» гәзитенең 2016 йылғы лауреаттары
Халҡыбыҙҙың милли ғорурлығы булған башҡорт балын пропагандалаған, бал ҡорто продукцияһын киң ҡулланырға өйрәткән «Бал ҡорто мөғжизәһе» исемле мәҡәләһе өсөн («Йәшлек», 27 – 35-се һандар, 2016 йыл) билдәле журналист һәм публицист Сәлимйән Бәҙретдинов.
Өлгөлө замандаштарыбыҙ хаҡындағы һүрәтләмәләре һәм «Тормош юлдары ҡатмарлы» рубрикаһы аҫтында сыҡҡан мәҡәләләре өсөн әүҙем авторыбыҙ, Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Нуридә Илһамова.
Хәрби-патриотик һәм дини тәрбиә темаларын киң яҡтыртҡаны, гәзит уҡыусылар араһындағы «Аҙна һайын – бүләк!» конкурсын лайыҡлы үткәргәне өсөн хаттар бүлеге хәбәрсеһе Зөһрә Йәһүҙина.
Ҡотлайбыҙ!