«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Беҙҙең йыл



09.01.2017 Беҙҙең йыл

Беҙҙең йыл
Юҡҡа ғына донъя аҡҡа суммай,
Йылдың башы – яҙылмаған ҡағыҙ.
Бары үҙең бәхет тауы өй ҙә,
Әйләнәңә үҙең уттар ҡабыҙ.

Йылъяҙмала тағы бер йыл үтте,
Кисәге көн бер ҙә ҡабатланмаҫ.
Туң йөрәктәр генә хыял итмәй,
Моңһоҙ күңел генә ҡанатланмаҫ.

Хыялыбыҙ иһә – яҡтылыҡта,
Ҡарҙай аҡ көндәрҙә ғүмер итеү.
Яҡын кешеләргә бәхет теләп,
Өмөт менән яҙған юлды үтеү.

Йылдар алмашынған бер миҙгелдә,
Осон таптым, ах(ы)ры, уйымдың:
Бары беҙҙең өсөн ал таң тыуа,
Беҙҙеке бит быныһы ла йылдың!

Юҡҡа ғына донъя аҡҡа суммай –
Таҙа күңел менән йыл башла.
Был иртәлә торғаныңа ҡыуан,
Йәшә әйҙә, иман – юлдашҡа!

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға