09.01.2017 Баш ҡала юлдарында боҙло колея - машинала ипләп йөрөгөҙ!
Өфө урамдары буйлап машинала йөрөүселәргә түбәндәге кәңәш бер ҙә мишәйт итмәҫ тип уйлайбыҙ:
- Боролош алдынан, туҡтағанда, кире әйләнгәндә һыҙаттар араһынан күскәндә - перестроение мәлендә тиҙлекте сәғәтенә 30-40 саҡырмға тиклем кәметегеҙ. Арттан һеҙҙе әрләһендәр, сигнал бирһендәр - иғтибар итмәгеҙ. Өфө юлдарында һәр ерҙә тиерлек боҙло колея, шәп тиҙлектә занос булыуы, машинаны алып һелтәүе мөмкин.