«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәмитовтар балаларҙы шатландыра



27.12.2016 Хәмитовтар балаларҙы шатландыра

Хәмитовтар балаларҙы шатландыраСибай ҡалаһының Таулы ҡасабаһында йәшәүсе Рәшиҙә һәм Сәлимйән Хәмитовтар йыл да үҙҙәренең Йәштәр урамы халҡы өсөн байрам ойоштора. Быйыл да Яңы йыл алдынан уларҙы йорт янында ҡарҙан Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу һындары ҡалҡып сыҡты. Балалар өсөн тау эшләгәндәр, уның башына 2017 йылдың хужаһы - Әтәс тә ҡунаҡлаған. Шыршыны ҡупшы биҙәп ҡуйырға ла онотмаған хужалар.
- Элек ҡош-ҡорт көтөргә тип ҙур ғына бер урын кәртәләтеп алған инек. Тора-бара ҡошто бөтөрҙөк, ә урын буш ҡалды. Шунда балалар майҙансағы булдырырға ҡарар иткәс, ирем бәүелсәк ҡуйҙы, карусель ултыртты, турник яһаны. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем урамдың бала-сағаһы рәхәтләнеп уйнай.
Былтыр Яңы йылда майҙансыҡ биҙәргә булдыҡ: тау эшләнек, Баймаҡтан ҡустым - Рөстәм Уйылдан улы Йәнбирҙин килеп, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу яһап китте. Балалар ҡыш буйы майҙансыҡтан ҡайтышманы.
Быйыл да ошо изге эште дауам иттек. Алтын ҡуллы Рөстәм ҡустым быйыл да һүҙем дә йыҡманы. Ул шулай ҡарҙан, боҙҙан бик матур һындар яһауға әүәҫ. Йыл һайын Баймаҡ ҡалаһының Яңы йыл ҡаласығын биҙәүҙә ҡатнаша. Уға рәхмәтем сикһеҙ,--ти Рәшиҙә апай.
Бала-сағаларға ғына түгел өлкәндәргә лә байрам кәйефе бүләк иткән, Яңы йыл мөғжизәһе тыуҙырған изге күңелле кешеләргә ҡарап һоҡланырға ғына ҡала.

Линара Ҡырымғужина







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға