«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Улар кешеләрҙе ҡотҡара



26.12.2016 Улар кешеләрҙе ҡотҡара

Улар кешеләрҙе ҡотҡараТабиптар һәр ваҡыт йәмғиәттең иғтибары үҙәгендә тотола. Яңыраҡ Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең иң яҡшы 500 терапевы исемлегенә ингән участка табиптары менән осрашты. Билдәле булыуынса, быйыл участка терапевтары һәм тәүге ярҙам күрһәтеүсе дөйөм практика табиптары эшмәкәрлеген сағылдырған рейтинг булдырылды. Республика йортона ана шул исемлеккә индерелгән табиптарыбыҙ саҡырылды ла инде. Рейтинг төҙөүҙең маҡсаты - табиптарҙың эш сифатына баһа биреү, ул үлем һәм дауаханаға оҙатыу, диспансерлаштырыуҙы үткән, ашығыс ярҙам саҡыртҡан кешеләр һаны кеүек мөһим күрһәткестәр нигеҙендә булдырыла. Республика Башлығы ошо исемлектәге табиптарға дипломдар тапшырҙы.
- Был эшеңә яуаплы ҡарауҙың мотлаҡ рәүештә һөҙөмтә бирәсәге тураһында ғына һөйләй. Республикала эшләүсе ике меңдән артыҡ терапевҡа өлгө булып тораһығыҙ. Беҙ ҙә һеҙгә, бөтә табиптарға үлем һанын кәметеү, бөгөн килеп сыҡҡан ауырлыҡтарға ҡаршы тороу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, - тине Рөстәм Хәмитов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға