«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Совет техникаһы һаман да эшләй



22.12.2016 Совет техникаһы һаман да эшләй

Совет техникаһы һаман да эшләй
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һаман да үҙ эшендә «КамАЗ-Ajokki» маркалы «Магнолия-83А» күсеп йөрөүсе телевизион станцияһын ҡуллана икән.

Үткән быуаттың 80-се йылдарында СССР-Финляндия-Литва илдәре совет телевидениеһы өсөн махсус машиналар эшләй. КамАЗ‑53212 автомобиле шассиһына Литва республикаһының Шауляй ҡалаһындағы Banga телевизион заводы етештергән электрон ҡоролмалар ҡуйыла. Volvo Carrus-Ajokki фирмаһы ла проектҡа үҙ өлөшөн индерә.
Башҡорт АССР-ы телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре ошондай машиналарҙа 1980 йылғы Мәскәү Олимпиадаһын яҡтыртыуҙа ҡатнаша. Аҙаҡ та "Магнолиялар" тоғро хеҙмәт итеүен дауам итә. Уларҙың эсендә операторҙар төшөргән яҙмаларҙы монтажлау, тапшырыу өсөн махсус ҡорамалдар ҡуйылған.

Бер нисә йыл элек, атап әйткәндә 2009 йылда БЮТ өсөн яңы ПТС - һигеҙ камералы "Скания" ҡайтарылды. Уның менән бер юлы "Магнолия" ла ҡулланыла икән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға