«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кишерҙән бисквит



22.12.2016 Кишерҙән бисквит

Кишерҙән бисквит
Үҙенсәлекле тәмлекәс бешереп ҡарарға теләйһегеҙме? Кишерҙән сәй табыны өсөн телеңде йоторлоҡ ризыҡ бешерергә була.Уртаса ҙурлыҡтағы 2 кишерҙе һәм 2 телем лимонды белендерҙа ваҡлайбыҙ. 3 йомортҡаға 1 стакан шәкәр ҡушып миклер менән күпергәнсе туҡыйбыҙ. Ике массаны бергә ҡушып, 2,5 стакан он, 1 ҡап разрыхлитель, 100 грамм тирәһе таҙартылған үҫемлек майы ҡушып уртаса ҡуйылыҡтағы ҡамыр туғырға кәрәк.
Табаны майлап ҡамырҙы тигеҙләп йәйергә лә ҡайнар мейестә 40 минут тирәһе бешерергә. Сәйҙәрегеҙ тәмле, өйҙәрегеҙ йәмле булһын!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға