«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Итле бәлеш йәки беляши



21.12.2016 Итле бәлеш йәки беляши

Итле бәлеш йәки беляшиЯрты литр йылымыс һөткә 50 грамм ҡоро сүпрә, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 йомортҡа, самалап тоҙ һалып бутайбыҙ. Уға әҙ-әҙләп он һала -һала йомшаҡ ҡамыр баҫып 30-40 минут ҡабартып алабыҙ.
Фарш өсөн майһыҙ итте иттурағыс аша ике ҡат үткәреп, тоҙ, борос, ваҡлап уралған һуған һалып бутайбыҙ.
Ҡамырҙы ваҡ өлөштәргә бүлергә лә, уларҙы йәйеп, ит һалып түңәрәк бәлештәр әүәләргә. Майҙы ҡыҙҙырып бәлештәрҙе ике яҡлап ҡыҙҙырырға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға