21.12.2016 Арктик циклон сатлама һыуыҡ алып килде
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн төндә Башҡортостанға арктик циклон сатлама һыуыҡ алып килде. Был хәлгә айырыуса төньяҡ райондар дусар булды. Балаҡатайҙағы Ямаш метеостанцияһында -40.9 градус һыуыҡ, Асҡында -40.8, Яңауылда - 40.6 градус теркәлде. Ҡалған төбәктәрҙә саҡ ҡына йылыраҡ, -32, -39 торҙо, көнъяҡта -26-30 градус булды.
Өфөлә иһә айырыуса һыуыҡ урынды Дим биҫтәһе күрһәтте - бында -36.7 градус булды. Был күрһәткес 1937 йылғы менән тап килә. Быға тиклемге температура рекорды 1978 йылда яһалған - 32.5 градус һыуыҡ тороуы билдәле. Аэропорт метеостанцияһындағы термометрҙар - 33.3, Р.Зорге урамындағы ГМЦ посында -32.1 градус һыуыҡты күрһәткән.
"фото Ришат Башҡортостан - Үткәл" төркөмөнән алынған фотола: Белорет районының Үткәл ауылында -44 градус һыуыҡ булған.