«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шишмәләр Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында аслыҡ иғлан иткән



20.12.2016 Шишмәләр Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында аслыҡ иғлан иткән

 Шишмәләр Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында аслыҡ иғлан иткәнИнтернет ресурстары хәбәр итеүенсә, Шишмә районында йәшәгән 11 кеше Мәскәүгә барып, Ҡыҙыл майҙанда аслыҡ иғлан иткән. Улар шуның менән район хакимите башлығы Флюр Уразмәтовтың отставкаға китеүен теләй.
Акцияны ойоштороусылар әйтеүенсә ун йыл эсендә мәктәптәр, балалар баҡсалары ябылды, юлдар ремонтланмай, ауыл хужалығы предприятиелары банкротлыҡҡа килеп еткерелде. Ер пайҙарына ҡағылышлы күп хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлгән. Контроль-иҫәп палатаһының тикшереүе булып, уның һөҙөмтәләре прокуратураға тапшырылды. Әммә бына биш айҙан ашыу тикшереү йомғаҡтары күрһәтелмәгән.
Шишмәләр быға тиклем ноябрь айында аслыҡ иғлан итеп ҡараған. Улар бының турала Мәскәү хакимиәтенә хәбәр иткән. Власть органы иһә хатты БР Хөкүмәтенә ебәргән. Эштәр бер аҙ урынынан ҡуҙғалған булыуға ҡарамаҫтан барыһы ла эшләнмәгән. Хәҙер инициатив төркөм бар талаптар үтәлгәнсе акцияны дауам итергә теләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға