19.12.2016 Фольгала бешкән ҡабымлыҡ
Тауыҡтың түш итен артыҡ ваҡ итмәй генә турарға ла, өҫтөнә 1 стакан һөт һалып 1-2 сәғәт ултыртып торабыҙ.
Фольганы ныҡ ҡына итеп майларға ла, унан сөм һауыттар эшләргә. Уға түңәрәкләп ҡырҡылған 2-3 телем картуф һалырға. Өҫтөнә тоҙ, борос һибергә, түңәрәкләп туралған һуған, помидор һалабыҙ. Тағы ла тоҙ һәм борос һибергә. Мул ғына итеп тауыҡ итен һалғас соус ҡойорға ла, ярты сәғәт ҡайнар мейестә бешереп алырға. Бешер алдынан 5 минут ҡала өҫтөнә ҡырғыс аша үткәрелгән ҡаты сыр һибергә була.
Соус өсөн майонезға йомортҡа һытып оҙаҡ ҡына туҡыйбыҙ, уға иҙелгән һарымһаҡ, гәрсис өҫтәйбеҙ.