«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эремсекле тәмлекәс



20.12.2016 Эремсекле тәмлекәс

Эремсекле тәмлекәс
Ярты килограмм эремсекте иләк аша үткәрәбеҙ. Уға 4 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 100 грамм манный ярмаһы, 2 аш ҡалағы шәкәр, 50 грамм иретелгән аҡ май һәм 1 ҡап ванилин һалып бутайбыҙ. Ҡамырҙы майланған табаға һалғас өҫтөнә туҡылған йомортҡа һылап ярты сәғәт тирәһе ҡайнар мейестә бешереп алабыҙ.
Сәй табыны өсөн телеңде йоторлоҡ тәмлекәс әҙер!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға