19.12.2016 Булғанды бергә һаҡлайыҡ әле, дуҫтар!
Киләһе йылға яратҡан гәзит-журналдарығыҙға яҙылыу ваҡыты ла үтеп бара. Баҫмаларҙы уҡыйым тигән кеше нисек тә мөмкинлек табырға тырыша, шуныһы маҡтауға лайыҡ.
Бына беҙҙең дә “Йәшлек”те республикала ғына түгел, боронғо аҫаба башҡорт ерҙәрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә ярата. Кемдеңдер уйлап еткермәүелер инде, гәзитебеҙгә сит өлкәләрҙә почта аша яҙылып булмай. Әммә башҡортмон тигән кешегә был кәртә була алмай! Мәҫәлән, Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районындағы Ҡыҙыл Октябрь (Краснооктябрьский) ҡасабаһында йәшәүсе Рәмилә Сабирова “Йәшлек”кә яҙылған. Уға беҙ баҫманы аҙна һайын конвертҡа һалып ебәреп торасаҡбыҙ. Афарин, рухлы замандашыбыҙ! Рәмилә Әмир ҡыҙы бының өсөн 1600 һум аҡсаһын бер ҙә йәлләмәгән. Алла бирһә, гәзитебеҙҙә башҡорттар күпләп йәшәгән был өлкәләге яңылыҡтарҙы ла биреп барырбыҙ әле. Бына шулай, йәмәғәт, яҡшы ниәткә юл асыла ул.
Шундай хәлдәр ҙә булып ҡуя: арыу ғына урында эшләүсе башҡорт зыялылары үҙҙәре тураһында мәҡәлә сыҡһа, бушлай гәзит алыр өсөн редакцияға килә. Артыҡ гәзит юҡлығын белһәләр, бот сабып аптыраған булалар. Эшме ни инде был! Әллә ҡайҙа ятҡан Һамарҙа рух бар, баҫмабыҙға ихтирам бар, ә үҙебеҙҙә юҡмы?
Әлбиттә, оҙаҡ йылдар “Йәшлек” менән дуҫ булыусы, һәр саҡ яҙҙырып уҡыусы милләттәштәргә, айырыуса оло быуынға, ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Аллаһы Тәғәлә оҙон ғүмер бирһен уларға!
Шулай ҙа уйланығыҙ: кемдер 1600 һумын да таба, ә кемдер 744 һум 54 тинен дә еткермәй. Юҡ-юҡ, мәжбүр итеү тураһында уй ҙа юҡ, әммә булғандың ҡәҙерен белеү хаҡында ғына иҫегеҙгә төшөрөргә ине.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!