«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бауыр салаты



15.12.2016 Бауыр салаты

 Бауыр салаты
Был салат өсөн 200 грамм бауыр ите кәрәк (ҡош бауыры ла ярай). Уны бешереп, эре ҡырғыс аша үткәреп, тәрилкәгә йәйеп һалабыҙ, майонез һөртәбеҙ. Уның өҫтөнә майҙа ҡыҙҙырылған 2 һуған, артабан ваҡлап туралған 4 тоҙло ҡыяр һалабыҙ, майонез һылайбыҙ. Артабан бешкән 2 кишер (ҡырғыс аша үткәрелгән), ваҡлап туралған 2 йомортҡаның ағын һалабыҙ. Майонез һылағас салаттың өҫтөн ҡырғыс аша үткәрелгән йомортҡа һарыһы менән биҙәп, табынға бирәбеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға