«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ә беҙҙең ауылда... 9 декабрь)



14.12.2016 Ә беҙҙең ауылда... 9 декабрь)

Ә беҙҙең ауылда... 9 декабрь)
Был аҙнала беҙ Көйөргәҙе, Баймаҡ, Бөрйән райондарынан хәбәр­ҙәр ҡа­бул иттек. Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефон­ға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Розалия НАЗАРОВА, Көйөргәҙе районы:
– Яңы Мораптал мәҙәниәт йортонда «Көйөргәҙе биҙәктәре» төбәк-ара шәл фестивале уҙғарылды. Бында Ырымбур өлкәһенең Икенсе Иманғол, Көйөргәҙе районының Павловка, Бахмут, Таймаҫ, Зәк-Ишмәт, Мораптал ауылдарынан килгән фольклор ансамблдәре һәм шәл бәйләү оҫталары ҡатнашты.
Мәҙәниәт йорто фойеһына килеп инеү менән күҙҙең яуын алып торған шәлдәр, дебеттән бәйләнгән башҡа бик күп төрлө әйбер күргәҙмәһе ойошторолғайны. Ҡат­нашыусыларҙың ҡул оҫталығына, фантазияһына ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Икенсе турҙа фольклор ансамблдәренә шәл менән бәйле халҡыбыҙ йолаларын күрһәтергә кәрәк ине. Һәр сығыш үҙенсәлеге менән хайран ҡалдырҙы. Ярыштың өсөнсө турында шәл бәйләүселәр ысын мәғәнәһендә оҫталыҡтарын күрһәтте. Конкурсанттарҙың һәр береһенә дебет таратып бирелде. Тиҙерәк һәм күберәк бәйләү ярышы башланып та китте.
Күргәҙмә буйынса беренсе урын – «Умырзая» командаһында (Мораптал ауылы), бәйләү оҫталығы буйынса беренсе урынды «Шишмәләр» командаһы (Икенсе Иман­ғол ауылы) алды. Сараны ойоштороуға «Арзан» магазины һәм Киров исемендәге хужалыҡ етәкселеге аҡсалата ярҙам күрһәтте.

Фәрзәнә ИЛЬЯСОВА, Баймаҡ районының Ишмөхәмәт ауылы:
– Ауылда йәшәүе күңелһеҙ, тиҙәр. Бер ҙә улай түгел. Беҙ, ана шул тормошобоҙҙо йәмләйбеҙ тип, мәҙәниәт йортонда «Шатлыҡ» үҙешмәкәр театры ойошторғанбыҙ. Йылына ике спектакль сығарабыҙ һәм ауылдар буйлап күрһәтәбеҙ. Етәксебеҙ Фирҙәүес Әминева пьесаларҙы үҙе яҙа. Уның эскелек, яңғыҙлыҡ темаһын күтәргән әҫәрен туғыҙ ауылда ҡуйҙыҡ, халыҡ яратып ҡараны. Беҙҙең тамашаларҙы күрше ауылдарҙа көтөп алалар, саҡырып торалар. Артистар – үҙешмәкәр театр түңәрәгенә йөрөүсе ябай һөнәр эйәләре.
«Шатлыҡ»тарһыҙ ауылда бер ниндәй ҙә сара үтмәй. Әле «Өлгөлө халыҡ театры» исеменә дәғүә итәбеҙ. Г. Әх­мәт­ҡужинаның «Баланҡайҙың әсе емеше» спектаклен комиссияға күрһәтергә йыйынабыҙ. Коллективыбыҙ татыу, берҙәм, юбилейҙарҙы матур итеп үткәрәбеҙ. Йәйгеһен ғаиләләребеҙ менән бергә йыйылып ял итергә лә ваҡыт табабыҙ. Бына шулай, донъя мәшәҡәттәренә күмелмәй, төпкөлдә лә мәҙәни тормошто гөрләтеп йәшәп ятабыҙ әле.

Гүзәл БАЙМЫРҘИНА, Бөрйән районының Иҫке Монасип ауыл хакимиәте башлығы:
– Үткән йомала беҙҙең ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнде. Айырыуса Нәби ауылында уҙғарылған сара барыһының да күңеленә хуш килгәндер тип уйлайым. Инвалидтар тамашаны үҙҙәре ойошторҙо. Усман Сәғитовтың моңло йырҙарын, Рәфис Янсуриндың гармунда уйнауын халыҡ алҡышлап ҡабул итте. Бағыусылар ярҙамы менән уларға бүләктәр ҙә, сәй табыны ла әҙерләнгәйне. Районыбыҙҙың «Урал» физкультура-һауыҡтырыу үҙәгенә спорт ярыштарына ла алып барҙыҡ үҙҙәрен. Төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, урындар алып, күңелдәре булып ҡайттылар.
Беҙҙең хакимиәт биләмәһенә Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан Нәби, Иҫке Монасип, Яңы Монасип ауылдары ҡарай. Шуға ла күперҙәрҙең төҙөклөгө беҙҙең өсөн бик мөһим. Яңы Монасип менән Иҫке Монасип ауылдары араһындағы күпер әлеге көндә насар хәлдә. Хөкүмәткә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә торғас, район хакимиәте ярҙамы менән күпер проектын эшләүгә конкурс иғлан ителде. 2017 – 2018 йылдарҙа төҙөлөш башланыр, тип өмөт итәбеҙ. Әле Нәби ауылының Байҡаш яғына яңы күпер төҙөлөп бөтөп килә. Иң ҙур һөйөнөсөбөҙ – Иҫке Монасип ауылының халыҡ телендә Кәпес тип йөрөтөлгән яғына ҡарай тау башына биш саҡрымдан ашыу асфальт юл һалыныуы. Әле был урында ҡеүәтле техника эшләй. Быйыл Иҫке Монасиптың оло урамында ла юл күтәртелде. «Аныҡ эштәр» проектына ярашлы, Иҫке Монасип клубы баҡсаһы төҙөкләндерелеүе, балалар баҡсаһына ремонт эшләнеүе лә ауыл халҡы өсөн ҡыуаныс.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға