13.12.2016 Яңы йылға "Башҡорт ҡымыҙы ҡарауаны"н көтөп ҡалабыҙ!
24 декабрҙа Өфөгә "Кока-кола" эсемлегенең "Раштыуа карауаны" - "Рождественский караван" киләсәк. Был акция 9 декабрҙа башланып, 13 ғинуарҙа тамамланасаҡ. Карауан баш ҡаланың шыршылы майҙандарында, "Ватан" этнопаркында туҡтаясаҡ. Санта Клаус булып кейенгән кешеләр ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға һәм үҫмерҙәргә бүләктәр таратасаҡ.
"Раштыуа карауаны" Яңы йыл етеүҙең бик матур билдәһе икәнен һис тә инҡар итеп булмай. Ә бына һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙәге бик популяр булған матур һүҙ "импортозамещение" - импортты алмаштырыуҙы был осраҡта нишләп ҡулланмаҫҡа? Нишләп һаман да илебеҙҙә Американың гигант корпорацияһының эсемлеге рекламалана? Ҡайҙа үҙебеҙҙең башҡорт ҡымыҙы, урыҫ кеүәҫе, Кавказ минераль һыуҙары тейәлгән ҡарауандар?
Әллә ниндәй кәңәшмәләр, эшҡыуарлыҡты үҫтерәбеҙ тигән стартаптар, фестивалдәр, күргәҙмәләр үткәргән булалар - ә йыл да "Кока-Кола"ның "Рождественский караваны"н әллә нимә тип күрәбеҙ, маҡтайбыҙ.