«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Лада - Ларгус" эйәләре бармы? Беҙҙең был пост уларға файҙалы булыр.



12.12.2016 "Лада - Ларгус" эйәләре бармы? Беҙҙең был пост уларға файҙалы булыр.

"Лада - Ларгус" эйәләре бармы? Беҙҙең был пост уларға файҙалы булыр.Һуңғы йылдарҙа автоһөйөүселәр "Лада - Ларгус" автомобилдәрен күпләп һатып ала. Беренсе быуынлы "Дачия-Логан MCV" универсалы нигеҙендәге был машинаны Тольяттиҙағы "АвтоВАЗ» йыя.

Кеше лә, йөк тә күп һыйған "Ларгус"ты айырыуса таксистар ярата. Салонға 6 кешене ултыртаһың да, ҡыйыҡтағы бокс эсенә сумкаларын тултыраһың һәм алға!
"Колеса.ру" сайтына килтерелгән һылтанмала тап ошондай алыҫ араларға йөрөгән ете кешелек "Лада-Ларгус"тарҙың бер етешһеҙлеген бөтөрөү тураһында яҙылған.

Был машиналарҙа төрлө комплектацияларҙа JH3 йәки GR5 тапшырыу ҡумталары тора. Уларҙың тапшырыу һандары төрлөсә була. Иң яй (йәкин тартым көсө күп) ҡумталар K7M һигеҙ клапанлы двигатель менән йөк фургондарына һәм 7 кешелек "Ларгус"тарға ҡуйыла.
Ә бына 16 клапанлы, 102 ат көслө ҡеүәтле "Рено К4М" моторлы машиналарҙың тапшырыуҙар ҡумтаһындағы 5-се тапшырыу башҡаларға ҡарағанда "оҙон" итеп эшләнгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, сәғәтенә 120 саҡрым тиҙлек менән барғанда мотор әйләнеше 4 меңдән төшмәй, машинаны үкертеп барырға тура килә.
Быо проблеманан сығыу юлы бар. Ул да булһа бишенсе тиҙлек өсөн тешле тәгәрмәстәр йыйылмаһы һатып алып ҡуйыу. Һылтанма буйынса үтеп ҡарағыҙ.

http://www.kolesa.ru/article/v-tishine-i-bystro-kak-i-zachem-menyat-shesterni-v-mehanicheskoj-korobke







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға