«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үҙгәреүсән декабрь



12.12.2016 Үҙгәреүсән декабрь

Үҙгәреүсән декабрьКөн торошоноң ҡапыл ғына үҙгәреүенә күптән өйрәнеп бөттөк. Әммә барыбер, бәлки, “иртәгә әҙәмсәрәк” булыр, тип өмөт итеүҙән туҡтамайбыҙ. Ә ҡыш бөтә тулылығында, бөтә ҡеүәтендә килеп еткәнен күрһәтте лә инде.
Декабрь нисегерәк булыр икән, тип ҡыҙыҡһыныусыларға синоптиктарҙың фаразы әҙер. Бик ҡыҙыҡ күҙаллауҙар. Айҙың ҡалған өлөшө үҙенсәлекле. Беҙ йәнә “бер һыуыҡ, бер йылы” көндәрҙә йәшәйәсәкбеҙ. Көлөп әйткәндә, өс көн туныңды кейһәң, ике көн яланбаш йөрөһәң дә ярай.
Киләһе аҙна ярайһы һыуыҡ ҡына башлана ла, уртаһында арыу ғына туңдырып, шәмбегә ҡарай ҡапыл ғына йылытасаҡ. Артабан өс-дүрт көн йылыға өйрәнгәс кенә, тағы ҡаты һыуытасаҡ. Йылдың һуңғы аҙнаһы уртаһында ла алмашынып торған температура. Яңы йылды ҡаршылау төнө йылы буласаҡ. Ҡар ҙа көндәргә оҡшаш: яуа ла туҡтай, яуа ла туҡтай. Ғөмүмән, декабрь ҡарлы буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға