09.12.2016 Динара КӘРИМОВА: “Тормошта үҙемде төрлө яҡтан һынап ҡарарға теләйем”
1994 йылда Өфө ҡалаһында тыуғанмын. Әлеге көндә юғары уҡыу йортонда ике йүнәлештә белем алам.
Ҡала шарттарында рухлы башҡорт ҡыҙы булып буй еткергәнемә сикһеҙ ҡыуанам. Уй-фекерҙәремде кескәйҙәр һәм өлкәндәргә тәғәйенләнгән шиғырҙарымда, мәҡәләләремдә еткерә алғаныма, күңелемдә ижади орлоҡ яралғанына Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итәм. Туған телемә мөхәббәт, халҡым тарихына ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләгәне өсөн атай-әсәйемә рәхмәтлемен.
Күп ҡырлы тормошобоҙҙа үҙемде төрлө яҡтан һынап ҡарарға теләйем. Уҡыу, фән, ижтимағи эшмәкәрлек өлкәһендә әүҙем ҡатнашам. 2015 йылда Мостай Кәрим исемендәге фонд грантына лайыҡ булыуым яңы ынтылыш бирҙе. Кескәйҙәр өсөн “Белгем килә бөтәһен!”, “Бәүелсәкле Аҡбуҙат” исемле шиғыр-буям китаптарым донъя күреүе күңелемде үҫтереп, ҙур яуаплылыҡ та өҫтәне.
Хәҙерге заман кешеһе донъя артынан ҡыуғанда рухи ҡиммәттәрен, милли үҙаңын онотмаһын ине.
Киләсәктә башҡортомдоң лайыҡлы ҡыҙы булып, матбуғатыбыҙға үҙ өлөшөмдө индерергә яҙһын.