08.12.2016 "Ватан" этнопаркында Яңы йыл ҡаласығы асылды
Өфөнөң иң күркәм урынында - Салауат Юлаев һәйкәле һәм Конгресс-холл янындағы уйһыу урындағы "Ватан" этнопаркы биләмәһендә Яңы йыл ҡаласығы үҙ эшен башланы. Кисә уны Великий Устюгтан килгән Дед Мороз һәм башҡорт Ҡыш бабайы тантаналы рәүештә асты.
Ҡаласыҡта боҙ катогы, концерт майҙансығы, тематик тирмәләр бар. Иң төп тирмәлә 15 ғинуарға тиклем Ҡыш бабай ҡунаҡтарҙы ҡабул итәсәк. "Сәй тирмәһе"ндә сәй эсеп йылынырға, "Тәм-том тирмәһе"ндә бал, сәк-сәк ашарға, "Оҫталар тирмәһе"ндә ҡул эштәре күргәҙмәһен ҡарарға була. "Ҡыш бабайҙың ярҙамсылары тирмәһе"ндә әкиәт геройҙарын, "Ҡарһылыу тирмәһе"ндә Ҡыш бабайҙың ейәнен күрергә мөмкин. "Ҡунаҡ тирмәһе"ндә балалар өсөн төрлө ижади дәрестәр, "Әкиәт йорто"нда конкурстар, уйындар ойоштороласаҡ. Ҡыш бабай почтаһы эшләп, унан сувенир йәки открытка ебәрергә мөмкин.
Ҡышҡы этнопарк Масленицаға, 20 февралгә тиклем эшләйәсәк.