07.12.2016 Бөгөн Яңы йылдың төп тылсымсыһы — Ҡыш бабай Өфөгә килде.
Беҙгә Рәсәй Ҡыш бабайы ҡунаҡҡа килде
Ул үҙенең резиденцияһынан - Бөйөк Устюгтан сығып, 48 көн дауамында илебеҙҙең 20 ҡалаһы буйлап сәйәхәт итә. Әле Ҡыш бабай Төмән, Пермь, Силәбе, Томск, Новосибирск, Иркутск, Красноярск, Барнаул, Омск, Екатеринбургта булған. Яңы йыл маршрутына Өфө тәүге тапҡыр индерелгән икән.
Ҡыш бабай баш ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарында булды, "Башкирия" лайфстайл үҙәгендә хәйриә йәрминкәһендә ҡатнашты. Аҙаҡ ул Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика социаль приюты, ҡала реабилитациялау үҙәге тәрбиәләнеүселәре менән осрашты, бүләктәр бирҙе. Тылсымсы бабай Коптеловтар ғаиләһенә лә инеп сыҡты һәм 7 йәшлек Настяға ҡолаҡ аппараты бүләк итте.
Кискеһен инде Рәсәй Ҡыш бабайы башҡорт Ҡыш бабайы менән осрашасаҡ. Сағыу тамашаны "Ватан" этнопаркында үткәрәсәктәр. Байрамда төп шыршының уттарын ҡабыҙыласаҡ.
Киске осрашыу тураһында һуңғараҡ яҙырбыҙ.