07.12.2016 Ҡолаҡ һал!
- Борщ, кәбеҫтә ашы, рассольникты һүрән утта ғына бешерегеҙ. Улайһа йәшелсәләрҙең хуш еҫе парға әйләнә.
- Йәшелсәле аш тағы ла тәмлерәк булһын тиһәгеҙ, уға бер аҙ ғына һөт, ҡаймаҡ, һөт өҫтө йәки ойоған һөт һалырға мөмкин.
- Тоҙҙо һыу ҡайнап сыҡҡас һалығыҙ. Киреһенсә эшләгәндә, һыу тиҙ ҡайнамай.
- Иҙелгән һарымһаҡты аш бешкәс кенә һалырға кәрәк.
- Томат-пюре әскелтем булһын тиһәгеҙ, уға әҙ генә лимон һуты йәки һеркә һалырға мөмкин.
- Балыҡ яратһағыҙ, еҫен һеркә йәки лимон менән бөтөрөргә була. Ҡулды ҡәһүә бөртөктәре менән ышҡып та балыҡ еҫенән арынырға була.