«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡояш нуры бар йөҙөндә



08.12.2016 Ҡояш нуры бар йөҙөндә

Ҡояш нуры бар йөҙөндә Шундай кешеләр була: уларҙы осратҡандан һуң йонсоу көн яҡтырып, кәйеф күтәрелеп, йәшәүе рәхәт булып китә. Учалы районының Учалы ауылында йәшәүсе Фирҙәүес Ғималетдинова менән аралашҡандан һуң да күк йөҙөн баҫҡан болоттар таралып, ҡояш балҡығандай тойолдо. Ә бит көн торошо һис тә үҙгәрмәне, ни бары Фирҙәүес Солтангәрәй ҡыҙының йөрәк йылыһы тирә-яҡты нурға сумдырҙы. “Йәшлек”те алдырмай ҡалғаным юҡ, тигән тоғро дуҫыбыҙ быйыл да гәзитебеҙгә яҙылып, бүләктәрҙең береһен отоп ҡыуанды.

– Үҙебеҙҙең район гәзитенән дә приздар отҡаным булды, мине хатта телевизорҙан да күрһәттеләр, хәҙер таныштар, Фирҙәүес тағы нимәлер отҡан икән, тип аптырай инде, – тип йылмайҙы хеҙмәт ветераны. – “Йәшлек”те башынан аҙағынаса ҡат-ҡат уҡыйым. Тәүҙә ҡарап сығам. Шунан ошолай биттәрҙе берәмләп уҡый барам, иҙәнгә теҙеп һала барам, аҙаҡ кире йыйып алам да, яңынан уҡырға тотонам. Сираттағы һаны килгәнсе бер шәмбенән икенсеһенәсә уҡыйым да уҡыйым. Бар эшем шул: тамаҡ туйҙырыу ҙа гәзит уҡыу.
Яҡты зиһенле, зирәк аҡыллы, үткер фекерле әбейҙе уҡытыу­сылыр тиһәк, ғүмер буйы малсылыҡта эшләгән икән. Хәйер, ҡырҡ ике йыллыҡ эш стажына ниндәй генә эштәр инмәгән: сәскестә лә йөрөгән, көлтә лә бәйләгән, һигеҙәр сутый бесән дә сапҡан, көтөү ҙә көткән, сусҡа ла ҡараған. Эшләмәгән эш ҡалманы, балалар үҙҙәрен үҙҙәре үҫтереп тәрбиәләне, мин уларҙы төнөн генә күрә торғайным, ти әсә:
– Аллаға шөкөр, балаларым һәйбәт булып үҫте. Ҡыҙым Сулпан Уйский яғында тора, Данилым – Учалыла, ҡорбан салдырып, Хоҙайҙан һорап алған Данисым, мин уны 42 йәшемдә табып алдым, Ишембайҙа төпләнде. Әсә көнөнә Данилым гөлләмә килтереп тотторғайны, ҡыуаныстан илап ебәрҙем, баламды ҡосаҡлап һөйҙөм. Кемгә эләккән шундай балалар, тип Хоҙайға рәхмәттәр уҡыйым. Булғанына ҡәнәғәтмен, миңә ошо көнөмдә ихтирам һәм почет эләгер тип башыма ла килтермәгәйнем.
Тормош иптәше Марат Саҙрый улы фажиғәле һәләк булғас, илле бер йәшендә тол ҡалған Фирҙәүес Солтангәрәй ҡыҙы күңелен эшкә, балаларына баҫҡан. Бөгөн ул мәсеткә йөрөй, намаҙ уҡый. Атайҙан иртә ҡалып, бик ауыр тормошта йәшәһәм дә, ҡартлығым бәхетле, тип яҡташым һәр яҡты көнгә шатлана. Бүләк менән килеп, оло кешенең һөйөнөсөн арттыр­ғаныбыҙға, унан бигерәк, үҙебеҙ ҡыуандыҡ.
Фирҙәүес Ғималетдинова кеүек гәзит уҡыусыларыбыҙ булғанда ең һыҙғанып, дәртләнеп, күңел биреп эшләүҙәре йән рәхәте ул: тимәк, бушлыҡҡа яҙмайбыҙ, һәр һүҙебеҙ һеҙҙең күңелгә барып етә һәм рәхмәтегеҙ булып беҙгә әйләнеп ҡайта.

Баныу Ҡаһарманова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға