«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балаларға иң шәп Яңы йыл бүләге – «Йәншишмә!»



06.12.2016 Балаларға иң шәп Яңы йыл бүләге – «Йәншишмә!»

Балаларға иң шәп  Яңы йыл бүләге – «Йәншишмә!»Хөрмәтле атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәй­ҙәр, ҡәҙерле уҡытыусылар! Беҙҙең балалар бәхетле. Улар өсөн башҡорт телендә «Йәншишмә» гәзите сыға. Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы өйрәнеү, белеү өсөн бик кәрәкле баҫма. Балаларыбыҙ күңеленә изгелек орлоҡтары сәсә, милли рух тәрбиәләй ул. Әҙәпле булырға, белемгә, хеҙмәт һөйөргә, дуҫлыҡҡа ла өйрәтә. Йәш быуынды ысын шәхес итеп үҫтереүгә лә күп көс һала. Мәҫәлән, гәзитебеҙҙе уҡып үҫкәндәр араһында яҙыусылар, журналистар, сәнғәт оҫталары, ғалимдар, хатта дәүләт эшмәкәрҙәре булып китеүселәр бихисап.
Әле гәзит-журналға яҙылыуҙың ҡыҙған мәле. Әйтергә кәрәк, ул һүлпәнерәк бара. Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк булайыҡ, дуҫтар! Балаларыбыҙ «Йәншишмә»һеҙ ҡалып ҡуймаһын ине. «Хәҙер балалар уҡымай», – тип һылтанмайыҡ, уларға гәзитебеҙгә яҙылырға ярҙам итәйексе.
Күптәр ул-ҡыҙҙарына Яңы йылға ниндәй бүләк алырға икән тип аптырай. Иң шәп бүләк – «Йәншишмә» гәзитенә яҙҙырыу! Ҡыш бабайҙан түгел, һеҙҙән булыр ул.
Ярты йылға «Йәншишмә»гә яҙылыу хаҡы – 435 һум 12 тин, индекстарыбыҙ – 50605, П2765.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға