«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ә беҙҙең ауылда... (2 декабрь)



05.12.2016 Ә беҙҙең ауылда... (2 декабрь)

Ә беҙҙең ауылда... (2 декабрь)
Был аҙнала беҙ Нуриман, Бөрйән, Әбйәлил райондарынан хәбәр­ҙәр ҡа­бул иттек. Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефон­ға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Илшат ЗАРИПОВ, Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылы:
– Беҙҙең ауылда төрлө саралар йыш үтә, район үҙәге булғас, бөтә ауылдарҙан да йәше-ҡарты килеп, ҡыҙыҡлы уйындар, төрлө концерттар һәм спорт саралары ойоштора. Яңыраҡ мәҙәниәт йортонда КВН район лигаһының асыҡ уйыны үтте, ул беҙҙә “Бамбардия киргуду” тип аталды. Тапҡырҙар һәм шаяндар бик күп булһа ла, әлегә был уйында өс кенә команда ҡатнашты, ә тамаша ҡылырға килеүселәр бик күп ине. Ҡыҙыл Шишмә ауылында шаяндар клубы күптән эшләп килә, уларҙың хәҙер бөтә тирә-яҡҡа билдәле “йондоҙҙары” ла, бағыусылары ла, хатта айырым автобус­тары ла бар. Ҡыҙылъяр ауылы командаһы ла ҡыуандыра. Иҫке Субай ауылы командаһы тураһында ла айырым әйтке килә – яңыраҡ ойошторолған төркөм урынлы, көнүҙәк проблемаларға ҡағылған шаярыуҙары менән оҫта сығыш яһаны, тамашасылар күңелен яуланы. КВН-сылар артабан беҙҙә тағы ла күберәк булыр, ҡатнашыусылар артыр тип ышанғы килә.

Көнһылыу ҠОТЛОБАЕВА, Бөрйән районының Байназар ауылы:
– Халыҡты халыҡ иткән, асылын, булмышын һаҡлаған – уның йолалары. Һуңғы йылдарҙа халыҡтарҙың буталышы арҡаһында йолаларҙың йотолоп бөтөп барыуы Байназар ауыл мәҙәниәт йортонда оҙаҡ йылдар эшләп килгән “Ҡурыуҙы” фольклор ансамбле ағзаларын күптән борсой ине. Шуға ла улар быйыл йолаларҙы тергеҙеү эшенә ныҡлап тотоноп китте.
Әйткәндәй, “Ҡурыуҙы” ансамбленең төҙөлөүенә утыҙ йыл да тулған икән. Шуны ла күҙ уңында тотоп, йолаларҙы тергеҙеүгә арналған ҙур концерт әҙерләп, ауыл халҡын ҡыуандырҙылар. Был тамашаны халыҡ мөкиббән китеп ҡарау ғына түгел, күңелен рух асылы менән сафландырып ҡайтты. Ансамблде башлап ойоштороусы Фәнүзә Ғәйфулла ҡыҙы Аҙанғолова, әлеге ваҡытта уны әйҙәүсе Тәғзимә Әмир ҡыҙы Сәғитова ла – эшенә мөкиббән китеүселәр. Ансамблдең эске бөтөнлөгөн булдырып, уны һаҡлай алғандар – был “ветеран” һәм “йәш ҡурыуҙылар­”ҙың сығышында асыҡ сағылды. “Таң һыуы”на арналған йола бигерәк тә фәһемле булды.
Әлбиттә, йолалар сәхнәгә генә түгел, йәшәйеш рәүеше булып тормошобоҙға ҡайтырға тейеш.

Рәмилә ҒӘЛИӘСТАНОВА, Әбйәлил районының Иҫке Балапан ауылы:
– Ҡаҙ өмәһе – борондан килгән йолаларҙың береһе. Ошо йолаға тоғро ҡалып, Әбйәлил районының Иҫке Балапан ауылында йәшәүсе Әлфиә Ғибәҙәтова ҡаҙ өмәһе үткәрергә ҡарар итте. Билдәләнгән көн, көҙ айы булыуға ҡарамаҫтан, ҡыш кеүек һалҡын ине. 32 градус сатнама һыуыҡҡа ҡарап тормай, өмәселәр тиҙ арала йыйылды.
Хужабикә ҡаҙҙарҙы быйыл дүрт тиҫтә һатып алған, шуларҙың 38-ен ҡаҙ өмәһендә һуйҙы.
Ниһайәт, ҡаҙҙар бысаҡланды. Өмәгә килгән апайҙарға эш башланды: берәүҙәре муйынын бәйләй, икенселәре ҡанаттарын ҡырҡа, өсөнсөләре ҡаҙҙарҙы үтекләй, дүртенселәре йолҡа. Егәрле апайҙарҙың ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй. Эшләп тә ултыралар, шул уҡ ваҡытта күңелле йырҙар йырлап, бер-береһенә таҡмаҡ сығарып ебәрәләр.
Мамыҡтан тауҙар хасил булды! Йолҡолған ҡаҙҙарҙы кейәүе менән улы Венер өтөп тә ҡуйҙы. Һәм иң күңелле мәл етте: һыуға алып барып, ҡаҙҙарҙы таҙартыу эше. Апайҙар матур итеп башҡорт кейемдәрен кейеп, көйәнтәгә ҡаҙҙарҙы элеп, һыуға китте. Урам буйлап дәртле йырҙар йырлай-йырлай барғас, көндөң һыуыҡлығы ла беленмәне. Кисен һый-хөрмәттән һығылып торған табында бишбармаҡ, тултырма, тертелдәк, бөйөрөк, компот, ҡайнатманың төрлөһө менән һыйландыҡ. Хужабикә, өмәселәренең эшенән ҡәнәғәтлеген белдереп, һәр береһенә үҙенең бүләктәрен тапшырҙы. Бына шулай, йолаларыбыҙҙы онотмай, күңелдәребеҙҙе көр тотоп, мул тормошта йәшәйбеҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға