«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Яулыҡтарым аллы – гөллө”



30.11.2016 "Яулыҡтарым аллы – гөллө”

"Яулыҡтарым аллы – гөллө”Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Райхана Булатова хәбәр итә:
Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы Һәмән ауылы китапханаһында Әсәйҙәр көнөнә арнап “Яулыҡтарым аллы – гөллө” исемле байрам үтте.
Эйе, ҡатын – ҡыҙҙарыбыҙың милли баш кейеме булған яулыҡҡа бағышланған кисәне айырыуса бер наҙ менән шулай атаныҡ. Элек – электән яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тарафынан иң яратып ҡабул ителә торған бүләк булған. Егеттәр яратҡан ҡыҙҙарына, ҡаланан килгән ҡунак та, баҙарҙан ҡайтҡан крәҫтиән дә, йыраҡ яҡтарҙан хеҙмәтен тултырып ҡайтусылар ҙа иң ҡәҙерле кешеләренә яулыҡ алып ҡайта торған булған. Бының менән улар үҙҙәренең ихтирамын, яратыуҙарын аңлатырға теләгәндәр. Ул яулыҡтарҙы иң ҡәҙерле бүләк итеп һандыҡ эстәрендә һаҡлағандар.
Байрамға килгән ҡатын - ҡыҙҙар күргәҙмәлә ҡатнашып, бик күп хәтирәләргә бирелде. Яулыҡтар… Ниндәй генә тарихи ваҡиғалар, кемдәрҙең генә яҙмыштары тураһында һөйләмәйҙәр улар. Аулаҡ, ҡараңғы мөйөштә үҙенең ауыр яҙмышынан күңеле тулып, йәшле күҙҙәрен яулыҡ осо менән һөрткән, төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәргә осрағанда ла ҡысҡырып көлмәйенсә, яулыҡ сите менән ауыҙын ҡаплап, мөләйем генә йылмайған башҡорт ҡатыны. Байрам көдәре етһә, ошо кoндәрҙә бәйләр oсөн генә тип һакланған матур – матур яулыҡтар һандыҡ төбөнән алына.
Бына бөгөн дә беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың баштарында, иңдәрендә төрлө – төрлө сәскәле яулыҡтар. Ишһылыу Әминева, Мәхмүҙә Асҡарова, Фәриҙә Асҡарова, Гөлгөнә Асҡарова, Рәйлә Кинйәбулатова, Рәмилә Әминева, Гөлшат Йәрмөхәмәтова, Гүзәл Тансыҡҡужина, мин, Билал һәм Һәмән ауылы китапханасыһы Райхана Булатова ойошторған "Яулыҡтарым аллы - гөллө" күргәҙмәһе күҙҙең яуын алып торҙо. Рәмилә Әминева яулыҡтарҙан балалар өсөн юбка һәм жилет, алъяпҡыс, бәләкәй яҫтыҡ өсөн тышлыҡ текһә, Ишһылыу, Гүзәл апайҙар сарафан, Фәриҙә инәй алъяпҡыс тегеп кейгәндәр, ә минең өҫтөмдәге француз яулығынан тегелгән күлдәгемде ҡыҙым Ләйсән Булатова текте. Әлиә Асҡарова һәм Боҫҡонова, Тәнзилә Мырҙина, Гөлшат Йәрмөхәмәтова, Зөлфирә Әминева, Нурзиә Йәнгилдина өсөн яурындарындағы шәлъяулыҡтар кемеһенә әсәләре, кемеһенә өләсәләренән ҡалған ҡомартҡы булып сыҡты. Уҡытыусы Эльвира Ишморатова ҡыҙҙарға "Яулыҡ" бейеүе өйрәткән.
Кисә аҙағында байрамға килеүселәр күмәкләп "Йәшерем - йәшерем яулығым" ууйынында ла дәррәү ҡатнашты.
Элек-электән ауылларҙа ла, ҡалаларҙа ла баҙар – йәрминкәләр гөр килеп торғанҙ был көндәр шаулы бер байрамға әүерелгән. Йәрминкәләрҙән ҡайтыусылар һөйгән йәрҙәренә, ҡатындарына, әсәйҙәренә бүләккә матур-матур яулыҡтар алып ҡайтҡан. Яулыҡтар, шәлдәр, косынкалар, шарфтар… Күпме төҫтәр төрлөлөгө, күпме туҡымалар төрлөлөгө! Ҡатын-ҡыҙ иңдәрендә улар нисек матур булып күренәләр! Беҙҙең ҡәҙерлелeребеҙҙең баштарын, иңдeрен йылытып, матурлап беҙҙең тормошобыҙға йәм биреп торһындар улар.

Һәмән ауыл китапханаһында Әсәйҙәр көнөнә арнап үткәрелгән "Яулыҡтарым аллы - гөллө" байрамынан фотоларҙы "Семяновская сельская библиотека" төркөмөнә инеп ҡарай алаһығыҙ. Байрамда ҡатнашҡан барлыҡ ҡатын - ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға