«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 2016 йылдың декабрь (аҡъюлай) айына календарь



01.12.2016 2016 йылдың декабрь (аҡъюлай) айына календарь

2016 йылдың декабрь (аҡъюлай) айына календарь
Байрамдар, иҫтәлекле көндәр
1 – Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө.
2 – Банк хеҙмәткәрҙәре көнө.
3 – Халыҡ-ара инвалидтар көнө.
– Юристар көнө.
– Рәсәйҙә Билдәһеҙ һалдат көнө.
9 – Ватан ҡаһармандары көнө.
– Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө.
10 – Кеше хоҡуҡтары көнө.
12 – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө.
15 – Һөнәри бурысын үтәгәндә һәләк булған журналистарҙы иҫкә алыу көнө.
– Халыҡ-ара сәй көнө.
17 – Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре көнө.
18 – ЗАГС хеҙмәткәрҙәре көнө.
19 – Халыҡ-ара ярлыларға ярҙам итеү көнө.
20 – Рәсәй Федерацияһының именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
– Халыҡ-ара теләктәшлек көнө.
22 – Энергетиктар көнө.
24 – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө.
27 – Ҡотҡарыусылар көнө.
31 – Яңы йыл байрамы.

Юбилейҙар
8 – Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт НИҒМӘТУЛЛИНҒА – 70 йәш ( 1946).
10 – яҙыусы Ғариф ҒҮМӘРҘЕҢ тыуыуына – 125 йыл (1891 – 1974).
15 – шағирә, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты Әнисә ТАҺИРОВАҒА – 75 йәш (1941).
16 – Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Мостафина-Ниғмәтуллинаға – 75 йәш (1941).
17 – билдәле яҙыусы Азат МАҒАЗОВҠА – 90 йәш (1926).
19 – яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, М. Өмөтбаев, З. Биишева исемендәге премиялар лауреаты Тимерғәле Килмөхәмәтовҡа – 75 йәш (1941).
20 – яҙыусы, драматург, журналист, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Мөхтәр САБИТОВҠА – 70 йәш (1946).
25 – Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың матбуғат отличнигы Солтан БИКӘЕВТЫҢ тыуыуына – 100 йыл (1916 – 2006).
27 – башҡорт халҡының бөйөк сәсән-шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин АҠМУЛЛАНЫҢ тыуыуына – 185 йыл (1831 – 1895).

Һынамыштар

- Ҡыш ҡарһыҙ булһа, йәй ярлы була.
- Боҙ ҡытыршы булып туңһа, иген уңыр.
- Ҡыш йондоҙ баҙыҡ янһа, һыуыҡҡа, тоноҡ янһа, йылыға тарта.
- Ҡыш көнө болот юлланып торһа, көн йылыта.
- Ҡыш көнө бәҫ күп булһа, бал күп булыр.
- Урман елһеҙ шаулаһа, буран сығыр.
- Ҡыш һыуыҡ булһа, иген уңыр.
- Ҡыш көнө тоҙ еүеш­лән­һә, ҡар яуыр.
- Төндә бәҫ төшһә, көндөҙ ҡар яумай.
- Мөрйәнән төтөн тура сыҡһа, һыуыҡҡа.
- Бүрәнә шартлаһа, һыуыҡҡа.
- Көҙ ағастар япрағын һуң ҡойһа, ҡыш һыуыҡ булыр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға