«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һәләтле бала тәрбиәләгеҙ



01.12.2016 Һәләтле бала тәрбиәләгеҙ

-Һәләтле бала тәрбиәләгеҙ Балағыҙҙың һәр һора­уы­на тура һәм түҙемле генә яуап бирегеҙ.
- Уның бүлмәһендәге һәм өҫтәлендәге тәртипһеҙлек өсөн әрләмәгеҙ. Киреһен­сә, ул шөғөлләнһен өсөн шарттар тыуҙырығыҙ.
- Уңыштары өсөн генә тү­гел, ә балаң булғаны өсөн яратыуығыҙҙы унан йәшермәгеҙ.
- Балағыҙға һәр ваҡыт хә­ленән килгән эш йөкмәтегеҙ.
- Етешмәгән яҡтарын күр­һәтеп, башҡа балалар­ҙан һин насарыраҡ, тип бер ваҡытта ла әйтмәгеҙ.
- Теге йәки был мауығыуын, шөғөлөн үҫтереү өсөн кәрәкле китаптар һәм башҡа нәмәләр һатып алығыҙ.
- Фекерләргә, уй­лар­ға өй­рәтегеҙ, уға ҡыҙыҡлы нәмәләрҙе даими уҡығыҙ.
- һәр нәмәгә ҡарата ҡы­ҙыҡ­һыныу уятыр­ға тырышығыҙ. Төрлө ва­ҡиғалар, хәлдәр уйлап сы­ға­рыуына, хыялдарына ҡар­­шы килмәгеҙ.
- Балағыҙ менән көн һа­йын икәүҙән-икәү ҡалып һөйләшергә ваҡыт табы­ғыҙ.
- Ғаилә эштәрен йәки сә­­йәхәтте планлаштырғанда балағыҙҙы ла ҡатнаштырығыҙ.
- Бер ваҡытта ла хаталарынан көлмәгеҙ һәм үсекләмәгеҙ.
- Кәрәк ваҡытта яҡшы эштәре өсөн маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәгеҙ.
- Балағыҙҙы үҙен ололар менән ололарса тоторға өйрәтегеҙ.
- Ялғанға, тупаҫлыҡҡа юл ҡуймағыҙ







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға