«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иҫке Балапанда - Ҡаҙ өмәһе



29.11.2016 Иҫке Балапанда - Ҡаҙ өмәһе

Иҫке Балапанда - Ҡаҙ өмәһе
Ҡаҙ өмәһе - борондан килгән йолаларҙың береһе. Ошо йолаға тоғро ҡалып Әбйәлил районының Иҫке Балапан ауылында йәшәүсе Әлфиә Ғибәҙәтова Ҡаҙ өмәһе үткәрергә ҡарар итте.
Әлфиә Ғаззал ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе лә булып тора. Ауылдың активы менән кәңәшләшкәс, был идеяны бөтәһе лә хупланы һәм көнөн билдәләп тә ҡуйҙылар.
20 ноябрь көҙгө көн булыуға ҡарамаҫтан, ҡыш кеүек һалҡын ине. -32 градуслыҡ сатнама һыуығына ла ҡарап тормай, өмәселәр тиҙ арала йыйылды. Ҡаҙ өмәһенә иң беренселәрҙән булып Сулпан Сөнәғәтова, Рәмзиә Аҙнабаева, Гөлшат Бәкирова, Әлмира Хисәметдинова килеп етте. Яйҡар ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Миңзәлә Хисаметдинова, Рәхмәт ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәмилә Үтәбаева, Рәхмәт мәктәбендә эшләүсе туғаны Айгөл Биҡҡужина ла “Ҡаҙ өмәһе”ндә ҡатнашырға килеп тә еттеләр.
Хужабикә йыл да ҡаҙ көтөп кенә ҡалмай. Уның ихатаһында ике тиҫтәгә яҡын һыйыр малы, биш тиҫтәләп кәзә- һарыҡ, ике тиҫтә тауыҡ бар. Ә ҡаҙҙарҙы быйыл дүрт тиҫтә һатып алған, шуларҙың 38-ен бөгөн ҡаҙ өмәһенә һуйҙы. Әлбиттә, шул тиклем хужалыҡты атҡарып сығарыуҙа уға ҡыҙы Азалия, кейәүе Наил булыша. Ә инде ҡаҙ бәпкәләрен әҙәм итеүгә 75 йәшлек әсәһе Мәхмүзә инәй күп көс һала.
Ниһайәт, ҡаҙҙар бысаҡланды. Өмәгә килгән апайҙарға эш башланды: берәүҙәре муйынын бәйләй, икенселәре ҡанаттарын ҡырҡа, өсөнсөләре ҡаҙҙарҙы үтекләй, дүртенселәре мамыҡтарын йолҡа. Ә Мәхмүзә инәй ейәнсәре Зилиә менән ҡауырһын йолҡоу эшенә тотондо. Егәрле апайҙарҙың ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй. Эшләп тә ултыралар, шул уҡ ваҡытта күңелле йырҙар йырлап, бер-береһенә таҡмаҡ сығарып ебәрәләр:
Сулпан апай ҡаҙ йолҡа,
Мамығы тула тоҡҡа.
Сулпан апай таҡмағына
Ҡаҙҙар ҙа тулап ҡуя.
Мамыҡтарҙан тауҙар хасил була. Йолҡолған ҡаҙҙарҙы кейәүе менән улы Венер өтөп тә ҡуйҙы.Һәм иң күңелле мәл етте: һыуға алып барып, ҡаҙҙарҙы таҙартыу эше. Апайҙар матур итеп башҡорт кейемдәрен кейеп, көйәнтәгә ҡаҙҙарҙы элеп , һыуға барҙылар.Урам буйлап дәртле йырҙар йырлай-йырлай барғас, көндөң һыуыҡлығы ла беленмәне.
Хужабикәнең ҡыҙҙары Юлиә, Ләлә, Айзилә әҙерләгән табынға килгәс тә өмәселәр йырлашып, бейешеп алдылар. Әйтерһең дә, арымағандар. Рәмилә Үтәбаева баянда һыҙҙырып уйнаны, шуны ғына көтөп торған апайҙар ырғып-төшөп бейеп алдылар. Эш бөттө, күңел көр. Һый-хөрмәттән һығылып торған өҫтәлдә ни генә юҡ: бишбармаҡ, тултырма, тертелдәк, бөйөрөк, компот, ҡайнатманың төрлөһө. Хужабикә өмәселәренең эшенән ҡәнәғәтлеген белдереп, һәр береһенә үҙенең бүләктәрен тапшырҙы. Өмәселәр хужабикәгә ҡаҙҙарҙы именлектә-һаулыҡта туғандар-дуҫтар менән бергә ашарға һәм киләһе йылда тағы ҡаҙ өмәһенә саҡырыуын теләп таралышты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға