«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тиҙ тоҙланған кәбеҫтә



28.11.2016 Тиҙ тоҙланған кәбеҫтә

Тиҙ тоҙланған кәбеҫтә
Бер-нисә аҙна элек арзанлығына ҡыҙығып күп итеп кәбеҫтә алғайным. Ял көндәрендә ҡараһам һуңғы ике башы һулыған кеүек йомшай башлаған. Бәлеш бешерергә ирендем, борщ итергә һуң: туҡмаслы аш бешереп өлгөргәйнем. Оҙаҡ уйлап торманым, тоҙларға булып киттем. Апайыма рецепт һорап шалтратыуым булды, маҡтай-маҡтай тиҙ өлгөрә торған ысулды өйрәтә башланы. Ысынлап та, шәмбе көнө эшләгәйнем, кисә кис ашарлыҡ булды.
3 литрлы банкаға 2 килограмм тирәһе кәбеҫтә кәрәк буласаҡ. Кәбеҫтәне, 3 баш кишерҙе һаламлап турарға, уға 3 тырнаҡ һарымһаҡты иҙеп һалырға. Бутағас, йәшелсәләрҙе әллә ни тығыҙ итмәй генә банкаға тутырҙым да, өҫтөнә йылымыс рассол ҡойҙом.
Рассол өсөн 1 литр һыуға 100 грамм шәкәр, 2 аш ҡалағы тоҙ һалып ҡайнатып сығарырға. Ул йылымсаланғас 2 аш ҡалағы уксус, 150 грамм үҫемлек майы һалып бутарға.
Икенсе көнгә тоҙло кәбеҫтә әҙер ҙә була. Аштарығыҙ тәмле булһын!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға