«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һалымыңды тиҙерәк түлә!



25.11.2016 Һалымыңды тиҙерәк түлә!

Һалымыңды тиҙерәк түлә!1 декабрь – мөлкәт һалымын түләүҙең һуңғы көнө. Һалым хеҙмәте ер, транспорт һәм күсемһеҙ милеккә һалым буйынса дәүләт менән ваҡытында иҫәпләшмәүселәрҙән һалым һәм пеня буйынса недоимка түләүҙе талап итәсәк. Ҡануниәткә ярашлы, һәр түләнмәгән көн өсөн Үҙәк банктың рефинанслау ставкаһының 1/300 күләмендә пеня иҫәпләнә. Бөгөн ул 10 процент тәшкил итә.
2016 йылдан һәр һалым түләүсегә һалым һалыу объекттары буйынса түләүҙәр яҙылған белдереү ҡағыҙы ебәрелә. Мәғлүмәттәр буйынса һорау­ҙар тыуһа, аныҡлау өсөн һалым инспекцияһына ғариза яҙырға кәрәк.
Быны Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында электрон төрҙә, почта аша эшләргә йәки инспекцияға мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Әлеге ваҡытта һалым органдары көсәйтелгән эш режимына күсерелгән, эш көндәрендә граждандарҙы ҡабул итеү һәм хеҙмәтләндереү ваҡыты киске сәғәт 8-гә тиклем оҙайтылған.
Бынан тыш, теләһә ниндәй мәғлүмәтте 8(800) 222-22-22 йәки +7 (347) 226-38-00 номерҙары буйынса шылтыратып һорарға була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға