24.11.2016 Иғтибар! "Ҡыҙыу элемтә"!
Өфө ҡалаһы ҡала округының йәштәр эштәре буйынса комитеты һәм «ИНДИГО» ҡала психологик-медик-социаль булышлыҡ итеү үҙәге 25 ноябрҙә төшкө сәғәт 2-нән 5-кә тиклем Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыуҙарға ҡаршы халыҡ-ара көрәш көнөнә һәм Әсәләр көнөнә бағышланған «Бөтә ғәләм әсәләрҙән башлана!» тигән темаға «ҡыҙыу элемтә» үткәрә.
Граждандарҙың һорауҙарына Өфө ҡалаһының йәмғиәт хәүефһеҙлеге үҙәге, Рәсәй Федерацияһының тикшереу идаралығының Башҡортостан буйынса тикшереу комитеты, БР ғаиләгә, балаларға социаль ярҙам итеу үҙәге белгестәре һәм «ИНДИГО» ҡала үҙәгенең психологтары яуап бирәсәк.
«Ҡыҙыу элемтә» телефоны: 8 (347)223-22-11.